9-сы класс уҡыусылары төркөме һәм “Аҡбуҙат” фольклор ансамбле гимназистарға, уҡытыусы-тәрбиселәргә, килгән ата-әсәләр комитетына “Башҡортостан – беҙҙең илебеҙ!” исемле тантаналы сара үткәрҙе.
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына, - тип Гөлшат Ишкинина һәйләй башланған тантананың башындағы шиғыҙар композицияһынан уҡ, илебеҙҙең ниндәй бөйөклөгө, уның тарихының байлылығы, мәҙәниәтенең көслө булып, Рәсәй халҡы менән берлектә дуҫ, татыулыҡта балҡып йәшәгәне күренде. Гимназиябыҙҙың директоры Ә.С.Түләгәнова байрам менән балаларҙы ысын күңелдән ҡотлап телмәр тотто һәм яҡшы уҡып, тәртипле булып, илебеҙгә, ғаиләләребеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫергә саҡырҙы.
10 октябрҙә республикабыҙҙа Ҡурай Көнө — Башҡортостандың иң сағыу символдарының береһенә арналған байрам билдәләнә. Был көн календарҙағы дата ғына түгел, ул халҡыбыҙҙың мәҙәниәте һәм тарихының айырылғыһыҙ өлөшө булған уникаль музыка ҡоралына хөрмәт һәм рәхмәт белдереү мөмкинлеге. Ҡурай-ул инструмент ҡына түгел, ул һәр башҡорттың йәненең бер өлөшө. Уның көйө йөрәккә үтеп инә һәм боронғо легендалар һәм риүәйәттәр донъяһына күсә. Алыҫ ерҙәрҙә, Башҡортостан вәкиле ҡайҙа ғына булһа ла, ҡурай, ҡымыҙ һәм бал менән бер рәттән республикабыҙ менән дә бәйле. Был символдарҙы телгә алмайынса, беҙҙең төбәктең мәҙәни мираҫын күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Байрамдың бәҫен күтәреп 9В класта уҡыған Тимур Ғафаров башҡорт халҡының оҙон көйө “Һандуғас”ты бүләк итте. Инаныбыҙ камил, киләсәктә ҡурайсыларыбыҙ ҙа артыр әле. 8-се лә уҡыған Әлмөхәмәтова Гүзәл, Арыҫланова Йәмилә “Шаян ҡыҙҙар” бейеүен дәртле итеп башҡарһа, “Аҡбуҙат” фольклор ансамблендә шөғөлләнгән Евгений Добровольский илебеҙгә тыныслыҡ теләп, “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” йырын ике телдә күңелен биреп башҡарҙы. “Аҡбуҙат” фольклор ансамбле “Яратам мин илемде” йырын бейеп-йырлап тамашасының күңелен күтәрәһә, оло апай-ағайҙар “Башҡортостан –тыуған ерем” йыры менән сараны тантаналы ябып ҡуйҙылар. Байрамда беренсегә йола итеп, 5-се класс уҡыусыларын да гимназистар сафына алдыҡ. Улар тантаналы көндә, Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернат уҡыусылары, дуҫтары, халҡы алдында “гимназистар” исемен лайыҡлы йөрөтөргә, төплө белем алырға, илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итергә, Мортаза Рәхимов исеменә һис ҡасан тап төшөрмәҫкә ант бирҙеләр. Уларға иҫтәлекле медалдәр таҡтылар. “Беҙ тырышып уҡырбыҙ, илебеҙҙе яратырбыҙ!” – тинеләр бишенселәр баштарын юғары тотоп. Сараның икенсе өлөшөндә Башҡортостан Республикаһының рәссәме Таңсулпан Бураҡаеваның картиналар галереяһы күргәҙмәһен ҡаранылар гимназистар. Әлбиттә, ошо бар эштәр баланың күңелен үҫтерә, күреү, тойоу һәләте менән бергә рухи көс бирә, сәнғәт ижадына табан һөйөү уята. Беҙҙең балалар араһынан да билдәле, күренекле шағирҙар, журналистар, рәссамдар, йырсы-сәсәндәр, режиссерҙар, йәғни илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы үҫтерер шәхестәр сығыр әле тип инанабыҙ. Рәхмәт, Таңсулпан апай! Сараны әҙерләргә ярҙам иткән тәрбиәсебеҙ Гөлсәсәк Зәки ҡыҙына ла, балаларға ла оло рәхмәт!Киләсәктә лә Башҡортостаныбыҙ Рәсәйебеҙҙең йөҙөк ҡашы булып, мәңге балҡып йәшәһен! Киләсәк быуын илһөйәр, намыҫлы, зирәк, рухлы булып үҫеп, ата-бабаларыбыҙ төйәген матур теле, бай ере, мәҙәниәте менән, киләһе быуындарға еткерһен ине. Ҡурай көнө ҡотло булһын!
..Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –
Шундай йәшел, юғары.
Атаһы таңдарыбыҙ тыныс, нурлы, йәмле, ҡотло, һөйөү, шатлыҡтарға тулһын ине!Байрам менән, халҡым!
Й.Рамаҙанова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М.Ғ. Рәхимов ис. 3-сө Башҡорт гимназия-интернат директорының тәрбиә буйынса кәңәшсеһе, өҫтәмә белем биреү педагогы