Байрамдар
11 Октября 2025, 06:15

Интернет булмаһа ни

Ермолаевола бөгөн Республика көнөн билдәләнеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Интернет булмаһа ниИнтернет булмаһа ни
Интернет булмаһа ни

Киң масштаблы байрамға әүерелде ул, һәр силсәүиткә, етмәһә, килергә ҡушҡандар, байрамда ситтән ҡарап торор өсөн түгел, ә йәрминкәгә тауарҙарын тотоп килергә.
Килгәндәр. Ауыл хужалығы продукцияһын етештергәндәр менән бергә йәрминкә-күргәҙмәлә ҡатнаштылар. 
Рим абзый Сирбаев, ҡайҙан ваҡыт, унан бигерәк, энергия таба, ул да бар. Иҫке Отрада ҡатындары ҡоймаҡ ҡойоп тора, тәҡдим иттеләр, телде йотабыҙ икән тип ҡот осто - бындай тәмле ҡоймаҡты улар ғына ҡоя белә ахры. Өлгөргән балаларға паспорт тараттылар, флешмоб, тантаналы һүҙҙәр... 
- Һай, аптыраттылар, интернетты тағын һүндергәндәр, - күбеһе шулай зарланды, ваҡыты-ваҡыты менән телефонына күҙ һалып.
Бәләбеҙ ошо интернетта ғына булһа ине, замана ҡайғылары быныһынан күпкә ҙурыраҡ. Төшкә табан Яҡупта һалдат ерләйбеҙ...

Автор:
Читайте нас