Концертта ауыл мәҙәниәт йорто һәүәҫкәр артистары сағыу сығыштары менән тамашасыға байрам кәйефе өҫтәп кенә ҡалманы, тыуған еребеҙгә, илебеҙгә, унда йәшәгән халҡына, батырҙарына оло ғорурлыҡ хисе уятты. Ҡурайсылар көнө уңайынан "Ҡарабай" ҡурайсылар ансамбле егеттәренә дипломдар һәм премия менән бүләкләүҙе ансамбль етәксеһе Рәүеф Әбйәлилов ойошторҙо. Байрам сараһында "Ынйылар" халыҡ фольклор ансамбле, "Моң" вокаль ансамбле, "Йәйғор" балалар бейеү ансамблдәре сығыштарын тамашасы алҡыштарға күмеп ҡаршы алды. Шулай уҡ концертыбыҙҙы Рәфит Юмадиловтың , Рәис Абрахмановтын, Ильдар Шәмсетдиновтың, Гәүһәр Мирасованың, Шәүрә Әлибаеваның, Миңзәлә Ғәлиеваның сағыу сығыштары байрамыбыҙҙы йәмләне. Барыһына ла оло рәхмәтемде еткерәм, уларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, ҙур уңыштар теләйбеҙ. Һеҙҙең рухлы сағыштарығыҙ, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереү ҙә, һаҡлау ҙа, уны киләсәк быуынға еткереүегеҙ оло ихтирамға һәм маҡтауға лайыҡ.
Бөтә республика халҡын төп дәүләт байрамы – Республика көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!