

Фәүзиә апай Солтангәрәева матур итеп аят уҡыны, яу ҡырҙарында хеҙмәт иткән егеттәргә иҫән-һау, имен-аман йөрөп ҡайтыуҙарын теләп доға ҡылды һәм ҡыҙҙарыбыҙ хәйер таратты.
Байрамды йәмләп, Ғәзинур Үтәгәнов баянда уйнап, йырҙар йырлатып бейетте.
Шуныһы үкенесле саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙҙың ҡайһы берҙәре, һаулыҡтары арҡаһында, килә алманылар. Тик шулай ҙа ирекмәндәр күстәнәстәрҙе уларҙың өйҙәренә алып барып тапшырҙылар.
Байрам тантанаһынан сығыуыбыҙға беҙҙе тағы ла бер сюрприз көтә ине. “Визит” магазины хужаһы шәхси эшҡыуар Илья һәм Надя Белик, байрам хаҡына беҙҙе ҡотлап, бүләктәр таратты...
Әлфиә ҮЛМӘҪБАЕВА һәм Фәнүзә ӘБЙӘЛИЛОВА, Яңы Таймаҫ ауылы
Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды.