- Йәмәғәт ойошмабыҙ урыҫ халҡының рухи мәҙәниәтен һәм телен, берҙәмлеген һәм патриотлығын һаҡлау маҡсатында төҙөлгән. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре ул тарихи һәм мәҙәни мираҫын өйрәнеү, милли кәсептәрҙе, һөнәрҙәрҙе, йолаларҙы һәм традицияларҙы тергеҙеү. Беҙ үҙенсәлекле мәҙәниәтте үҫтереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Иң мөһиме - тарихи мираҫты һаҡлау. Ҡалабыҙ күп милләтле. Рус халҡының ғына түгел, башҡа халыҡтарҙың да мәҙәниәте тураһында ҡала халҡы белһен өсөн ҡалабыҙ конфессиялары эш алып барыла. Улар беҙҙә дүртәү, минеңсә, тағы ла асылыр. Әлбиттә, үҫешергә, үҙ-ара эш итергә кәрәк. Ҡалала ҙур байрамдар үткәреп бөтә конфессияларыбыҙ ҙа ҡатнаша халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, көнкүреше тураһында һөйләп, күрһәтеп бик тығыҙ бәйләнештә эш алып барабыҙ.