Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
4 Ноябрь , 12:17

Изгелек яҡтылығы һәр кешенең йөрәгенә ҡағылһын!

Әлфиә ШӘМИҒОЛОВА, Күмертау башҡорттары ҡоролтайы рәйесе:

Изгелек яҡтылығы һәр кешенең йөрәгенә ҡағылһын!
Изгелек яҡтылығы һәр кешенең йөрәгенә ҡағылһын!

- Халыҡтар берҙәмлеге көнө-ул беҙҙең тәрән тарихи традицияларыбыҙҙы, илебеҙ халыҡтарының, Ватандың сәскә атыуы хаҡына берҙәмлеген сағылдырған байрам.
Был дәүләт байрамын билдәләп, беҙ ауыр сәғәттә, берҙәмлек, батырлыҡ һәм патриотизм күрһәтеп, Ватандың бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған ата-бабаларыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышында халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы көсө менән еңдек, тап берҙәмлек беҙгә бөгөн дә ауырлыҡтарҙы бергәләп еңеп сығырға ярҙам итә.
Берҙәмлек - ул тыныслыҡ һәм татыулыҡ хаҡына көн һайын башҡарылған мөһим эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе. Был-дәүләттең генә түгел, йәмәғәтселектең һәм һәр беребеҙҙең дөйөм бурысы.Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы милләт-ара татыулыҡты һәм һәр халыҡтың төп рухи ҡиммәттәрен: телде, мәҙәниәтте, милли-мәҙәни традицияларҙы һаҡлауға йүнәлтелгән байтаҡ проекттарҙы тормошҡа ашыра. Ҡалабыҙҙа йәшәгән халыҡтарыбыҙҙың берҙәмлегенә йүнәлтелгән төрлө саралар үткәрәбеҙ. Халыҡтарыбыҙҙы берләштергән милли кейем Фестивалдәре, "Минең телем – дуҫлыҡ теле", "Урал батыр" уҡыусылар конкурстары, тел өйрәнеү курстары, "Этнодиктант", төрлө хәйриә акциялары һәм башҡа бик күп сараларҙы берләштереү, берҙәмлекте, дуҫлыҡты, тыныслыҡты һәм татыулыҡты һаҡлау маҡсатында үткәрәбеҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас ҡотлайым! Ерҙә төрлө халыҡтар бер бөтөн булһын! Изгелек яҡтылығы һәр кешенең йөрәгенә ҡағылһын! Бәхет, тыныслыҡ һәм изгелек һеҙгә, ҡәҙерле яҡташтар! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

Автор:
Читайте нас: