
- Был байрам минең өсөн тыуған Башҡортостаныбыҙ, илебеҙҙең киләсәге тураһында уйланыуҙар көнө. Халыҡтар берҙәмлеге булмаһа, Бөйөк еңеү көнөн дә байрам итә алмаҫ инек. Тыуған илебеҙ яҙмышы хәл ителгән ваҡытта Советтар Союзында йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре изге яуға күтәрелә. Ана шулай итеп, халыҡтар дуҫлығы тыныс тормошта ла, яуҙа ла һынала. Рәсәй дошмандары ана шул берҙәмлекте юҡҡа сығарырға тырыша.
Минең өсөн уйланыуҙар көнө ул байрам. Төрлө сығанаҡтарҙан уҡып, белеп, халыҡтар дуҫлығы, берҙәмлеге тураһнда фекер йөрөтәм.