- Был байрам беҙгә берҙәмлек көсөн һәм тарихи мираҫты һаҡлауҙың мөһимлеген иҫкә төшөрә. Арыҫлан-Әмәкәс һәм Павловка ауылдары халҡы татыу һәм берҙәм йәшәй, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа, йәштәр ҙә. Әсәйем Федорова Анна Александровна Павловка мәктәбендә эшләне, ул белеме буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы, интернатта тәрбиәсе була һәм әҙерлек кластарында сыуаш, башҡорт телдәрен уҡытты. Ул ваҡытта интернатта телевизорҙар булманы һәм балалар беҙҙең өйгә телевизор ҡарарға килә торғайнылар. Йәйен мин Күгәрсен районының Ҡайып ауылында булдым. Унда бер ҡатын менән һөйләшеп киттек, ул беҙҙең яҡташыбыҙ булып сыҡты, әсәйемде лә хәтерләй, телевизор ҡарарға йөрөгәндәрен һөйләп, Анна Александровнаға ҙур сәләмдәр еткерегеҙ тине. Был дуҫлыҡтың бер миҫалы булһа, икенсеһе, ҡыҙыбыҙ тыуғас, ҡәйнәмдең дуҫтары Ғәрифә апай, Рәйсә апай, Венера апай ҡотларға килделәр. Улар бер-береһенә сәй эсергә, ултырырға, һөйләшергә йөрөнөләр. Нимә әйтергә теләйем, сыуаштар башҡорт телендә, ә башҡорттар сыуаш телендә һөйләшә, халыҡ байрамдарын бергә билдәләп, бергә эшләйҙәр, уҡыйҙар. Ата-әсәйебеҙ дуҫ йәшәне, беҙ дуҫ йәшәйбеҙ һәм балаларыбыҙ ҙа дуҫ. Киләсәктә лә шулай булыр тип ышанам.
Һәр йортта тыныслыҡ, һәр йөрәктә - илебеҙ өсөн ғорурлыҡ, ә һәр ғаиләлә - үҙ-ара аңлашыу һәм ярҙамлашыу булһын. Бергәләп беҙ һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәләтлебеҙ. Илебеҙ ҡая кеүек ныҡ, ә кешеләр бер ҙур ғаилә кеүек дуҫ булһын. Тыныслыҡ, изгелек һәм сәскә атыуын теләйем!