Хәҙергесә итеп әйтһәк, эске эштәр органдары көнө. Һеҙ ҙә полициямы ни – юҡ. Был мәжлескә беҙҙе ҡунаҡ итеп саҡырҙылар.
Күмертауҙың атаҡлы «Листопад» кафеһына. Бер аҙға ностальгия, һағыш баҫты күңелде – үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмай. Беҙ ярай, бындай хис кафела ултырған барлыҡ милиция ветерандарын да урап үтмәгәндер, ғүмеренең көҙҙәренә ингән мәлдәре...
Бик күп, оҙаҡ йылдар милицияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан иптәштәрҙе бүләкләнеләр, Күмертауҙың эске эштәр бүлеге начальнигы Марсель Әбйәлилов барыһына рәхмәт әйтте. Саҡ ҡына бөгөнгө хәлдәр менән дә таныштырҙы: кадрҙар етмәй, эш ауыр, әммә бирешкән юҡ, ҡалалағы хәлдәр барыһы ла контролдә, егеттәр эшләй.
Мәжлес булғас, йырһыҙ булманы:
Листья желтые над городом кружатся,
С тихим шорохом нам под ноги ложатся,
И от осени не спрятаться, не скрыться,
Листья желтые, скажите, что вам снится?
Тап килеүен әйт әле: тышты һалҡын көҙ, ултырған еребеҙҙең исеме лә бик мәғәнәле, етмәһә, бынау йыр...
Беҙ, «Юшатыр» гәзите исеменән Чегодаева Татьяна Сергеевнаға Рәхмәт хаты тапшырҙыҡ, бүләк тә бирҙек. Бик тынғыһыҙ ҡатын ул, үҙе ғүмере буйы милицияла эшләгән. Бер тотондомо, өҙмәй ҙә ҡуймай, алдына алғанын осона сығарып ҡуя. Беҙҙе лә гел «яфалай»: хат яҙҙым, баҫығыҙ, әйҙәгеҙ, шундай-шундай сара була, килегеҙ. Әлеге матур тантаналы мәжлескә лә ул саҡырғайны.
- Украина һуғышында Күмертау полицияһына хеҙмәт иткәндәрҙән алты кеше һәләк булды...
Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.