Минең был өлкәне һайлауыма, атайымдың һәм уның ағайҙарының өлгөһө сәбәпсе булды. Атайым эҙенән барасағым мәктәп йылдарында уҡ билдәле ине. 11-се класты тамамлағандан һуң Мәләүез ҡалаһында урынлашҡан эске эштәр министрлығына уҡырға индем. 2017 йылда бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор булып эш башланым, бөгөнгө көнгәсә ошо өлкәлә эшләп йөрөйөм, хәҙер инде полиция капитаны дәрәжәһенә еттем. Ситтән ҡарағанда ғына еңел күренгән беҙҙең эшебеҙ полиция өлкөһендәге иң яуаплы эштәрҙең береһе. Үҙ эшеңә яуаплы ҡарауҙан тыш, эшеңде яратып, күңел һалып башҡарыу мөһим. Күбеһенсә балалар менән эшләргә тура килә, ә улар үҙҙәре лә, яҙмыштары ла төрлө, барыһын үҙең аша үткәреү еңел түгел, шуға күрә, ҡатмарлыҡтар етәрлек. Ҡай саҡтарҙа планда булмаған эштәр килеп сығыуы ла ихтимал, форс мажорҙар, ул сағында өйҙән төнөн сығып китергә лә, эштә тотҡарланырға ла тура килә. Бында беҙгә, ғүмеребеҙгә секунд һайын хәүеф янамаһа ла, йоҡоһоҙ үткән төндәр бихисап. Балаларға янаған хәүеф тәүлек сәғәттәренә ҡарап тормай, кемгәлер төн уртаһында ла ярҙам кәрәклеге ихтимал. Бәлиғ булмағандар менән эшләүсе инспекторҙар бик ауыр хәлдәрҙә лә үҙҙәрен ҡулда тотоп, ярҙамға мохтаждарға битараф булмай, шул уҡ ваҡытта талапсанлығын, ғәҙеллеген юғалтмай эш итергә тейеш. Эштән арып ҡайтыуға, ҡатын-ҡыҙ булараҡ мине өй эштәре көтөп тора. Балаларыма, тормош иптәшемә, әнейемә иғтибар бүлергә тырышам. Әлдә ғаиләм бар, улар минең өсөн һәр яҡлап терәк, мине һәр саҡ аңлап, тыңлап торалар. Бар яҡлап ярҙам итеп, балаларымды ҡарашып тороусы әнейемә айырым рәхмәт, - ти полиция капитаны Регина Ильфат ҡыҙы.
Эшендә тик ғәҙеллек, дөрөҫлөктө үҙ иткән, яратҡан һөнәренә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған полиция капитаны, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса өлкән инспектор Регина Иситова еңел булмаған эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ теләп ҡалабыҙ!