Халыҡ менән эшләү ауыр түгел, районда бигерәк тә ауыл халҡы, барыһы ла үҙеңдеке, яҡын. Ә бына ҡағыҙ эштәре үҙәккә үтә, шулай уҡ бөгөнгө көндә беҙҙең эштә иң ҡырҡын бәлә – кадрҙар етмәүе. Элекке кеүек полицияға эшкә килергә теләүселәр һаны күп түгел, килгәндәр ҙә эшләп ҡарай ҙа, китеп бара. Быға бәйле миңә миҫал өсөн, бер үҙемә 5 ауыл биләмәһендә эшләргә тура килә. Бөгөнгө көндә Зәк-Ишмәт, Таймаҫ, Илкәнәй, Свобода, Шәбағыш ауыл биләмәләре минең ҡарамаҡта. Шуға, йәштәргә һүҙ ыңғайында әйтеп үтәм, полицияға эшкә килегеҙ: водителдәр, участка вәкилдәре етмәй.
- Ҡалала ла, ауылда ла эшләргә тура килде тиһегеҙ, был яҡтан эштә айырма бармы?
- Районда күберәк халыҡ менән, ерҙә йөрөп эшләйһең, ҡалала күбеһенсә ҡағыҙ эштәре менән күмелергә тура килә.
- Бөгөнгө көндә ауыл халҡы күбеһенсә ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итә?
- Бер кем өсөн дә сер түгел, иң ҡырҡын торған мәсьәлә, хатта бәлә тип әйтергә була, ул мутлашыусылар. Халыҡ менән һөйләшеп, аңлатма эшәтрен алып барып торабыҙ, тик ошо бәлә көн дә тиерлек сығып тора, көн дә ғаризалар килә. Шуға күрә, гәзит биттәре аша йәнә бер тапҡыр халыҡты иҫкәртәм, һаҡ булығыҙ, сит кешеләргә ышанып бармағыҙ, ят номерҙар шылтыратһа трубкағыҙҙы алмағыҙ, телефондарға килгән һандарҙы бер кемгә лә әйтмәгеҙ! Ауылдарҙа шулай уҡ, мал урлау осраҡтары һаман булһа ла бар, Аллаға шөкөр, минең участкала быйыл ундай осраҡ теркәлмәне. Уларҙан тыш, ғаилә ыҙғыштары, миллек, ер бүлешеү, урлашыу кеүек төрлө хәлдәр булғылай.
- Бер-береһенән алыҫ урынлашҡан биш ауыл биләмәһен хеҙмәтләндереү еңелдән түгелдер, нисек өлгөрәһегеҙ?
- Өлгөрөргә була ла ул, тик бына ошо ауыл араһындағы юлдар теңкәгә тейә. Ауылдан-ауылға ошо ҡот осҡос юлдар аша саба-саба машина ҡойола, шуныһы...
Өлкән лейтенант Айбулат Үлмәҫбаев менән әңгәмә тулы вариантта гәзиттә йома көнө баҫылды.