Мәктәптең залында бик йөкмәткеле
күргәҙмә ойошторолған, һәр ҡараған кеше битараф ҡалмай был күргәҙмәгә, бында 1925- 1945 йылдың Ватан һаҡсыларын берләштереп, фотоһүрәттәр, папкалар, тарихи ваҡиғалар тупланған. Герой партаһы ла, һәр бер баланы йәлеп итеп, батырлыҡҡа саҡырып тора, шуға күрә лә, был мәктәп тә, тик юғары уңышҡа өлгәшкән балалар уҡый.
Бөгөн дә улар Әсәләрен ҡыуандырып, бик тасури итеп, шиғыр ятлап һөйләнеләр!
"Әсәй"- тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә
Бөтә донъя ҡото, һыйынған!
Ҡояштың да иң- иң наҙлы нуры
Әсәй йөрәгендә ҡойонған!
Әсәләр көнө менән бер рәттән, Геройҙарыбыҙҙы ла иҫкә алдыҡ
сөнки ошо арала "Улдар" көнөн билдәләйбеҙ, унан һуң Геройҙар көнө, бер- бер артлы байрамдар үтеп кенә тора.
Эйе, был өс байрамды бер- береһенән айырып та булмай, сөнки,
баланы донъяға тыуҙырыусы әсә!
Шуға күрә лә беҙ бөгөнгө кисәбеҙҙе батырҙарға бағышлап, Лариса Абдулинаның шиғри юлдары менән дауам иттек;
Халҡым күптән белеп әйткән инде:
Яу килгәндә егет һынала.
Һеҙҙең менән бергә ил нығына,
Һеҙҙең менән илем тын ала.
Быйылғы йыл Еңеүҙең 80- йыллығын ҙур итеп ҡаршыланыҡ!
Был йылды, батырлыҡ тантанаһы йылы - тип әйтһәк тә хата булмаҫ ине!
Батырҙарыбыҙҙы башҡорт халыҡ мәҡәлендә ниндәй итеп ҙурлайҙар;
Батыр егет- ил күрке!
Батырлыҡ яуҙа һынала!
Бөгөн беҙ махсус хәрби операция ла ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙҙы һәр береһен ҙурлап иҫкә алдыҡ;
Рахмангулов Ришат
Кускильдин Марсель
Кусмаев Марсель
Хабибуллин Булат
Ишдавлетов Мирас
Ауылдашыбыҙ Рәфис Ишдавлетов Ватаныбыҙ һаҡсыһы, ысын батыр, махсус хәрби операция ла ҡатнашып батырҙарса һәләк булды. Үҙе үлгәндән һуң "Батырлыҡ ордены" геройын таба!
Ауылдашыбыҙҙың батырлығы менән ғорурланабыҙ!
Бөгөнгө байрамыбыҙҙа Рәфистең әсәһе Зөһрә Ишдавлетова ла ҡатнаша, бер ғаиләнән ике улын һуғышҡа оҙатып ут йотоп ултырған әсә бик хафалана улдары өсөн, инде һуғыштар тиҙерәк бөтһөн ине тип көнө- төнө теләктәр теләй ғәзиз әсә!
Урал батыр кеуек ағайҙар бар,
Салауаттай батыр ағайҙар
Ҡаһармандар һәр заманда шулай
Тыуған ерен яҡлай, һаҡлайҙар!
Рәсәй геройҙары, Башҡортостан геройҙары- беҙҙең ғорурлыҡ!
Эйе беҙҙең ғорурланырлыҡ герой батырҙарыбыҙ бихисап, балалар уларҙы һәр береһен исемләп белә;
Өс герой буләк иткән Ҡинйә- абыҙ ауылы менән нисек ғорурланмайһың!
Ул геройҙар; Ғәфиәтулла Арсланов
Сәлмән Биктимеров
Хәсән Ғайсин.
Ермолаевонан Вениамин Недошевин.
Бахмуттан Анатолий Хохлов.
Иҫке- Морапталдан Мурат Кужаков.
Ошо геройҙар тураһында уйлағанда, батыр улдар үҫтергән әсәләр иҫкә төшә.
Бөгөнгө кисәбеҙҙең тағы ла бер ҡунағы, Хабибуллин Булаттың хатыны Гөльсәсәк Душмухаметова.
Әле бына яңы ғына танышып, ҡауышҡан парҙарға яҙмыш бик аяуһыҙ була, Булат хәбәрһеҙ юғала.
Гөльсәсәк һылыу, яратҡанының ҡайтыуына өмөтөн өҙмәй көтә!
Әнғәм Атнабаевтың шиғри юлдары тап ошо Гольсәсәк һылыуға арналған кеүек;
Көтәләр...
Тыны менән тартып алыр булып,
Ҡаш өстөнә ҡуйып ҡулдарын,
Уяу һалдат һымаҡ күҙәтәләр
Ирләренең киткән юлдарын.
Мөғжизәгә өмөт итәләрме,
Үлгәннәрҙе хатта көтәләр...
Ҡайғыларҙы һағышлтрға төрөп,
Йыл артынан йылдар үтәләр...
Тол ҡатындар һаман көтәләр...
Бына ошолай тәрән йөкмәткеле итеп, фәһемле итеп, балаларға үрнәк итеп күрһәтерлек итеп ҙурланыҡ байрам алдынан хөрмәтле әсәйҙәребеҙҙе.
Беҙҙең өсөн тик ул янып көйә
Көтә тәмләткестәр бешереп
Һыҙланыуын беҙгә һиҙҙермәйсә,
Төндә дарыу эсә йәшереп!
Бар шиғри, матур һүҙҙәр әсәләргә, улдарға бағышланды.
Ошо байрамдарҙы бер нисектә бер береһенән айырып булмай.
Уландарыбыҙ терәк булып йәшәһә, әсәләрҙән дә бәхетле кешеләр булмаҫ ине.
Ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр!
Һеҙҙең барығыҙғала ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, балаларығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың хөрмәтенә төрөнөп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Һәр көнөгөҙ онотолмаҫ бәхетле мәлдәргә бай булһын!
Илдәребеҙгә тыныслыҡ ҡайтһын!
Байрам сәй табынында, әңгәмә ҡороп бик күңелле дауам итте.
Әүҙем байрам да ҡатнашҡан "Күңел нуры" ағзаларына ла рәхмәт!
Китапханасы Таңһылыу Исламғолова. Яҡут ауылы.