Ул быйыл да Әсәләр көнө уңайына тап килтереп үткәрелде.
Бында дебеттән бәйләнгән әйберҙәр йәрминкәһен байҡарға, иң яҡшы әйбер оҫтаһын билдәләргә, дебет әйберҙәрҙән иң яҡшы күргәҙмәне ҡарарға, шәлгә арналған мәҙәни номер, шәл ситен ваҡытҡа бәйләү, шәл бәйләү өсөн ҡорамалдар әҙерләү конкурстарында ҡатнашыу һәм оҫталыҡ дәрестәре алыу мөмкинлеге булды.
Сараға райондың ауыл биләмәләренән генә түгел, Күгәрсен, Йылайыр, Мәләүез, Көйөргәҙе, Хәйбулла райондарынан, Күмертау ҡалаһынан да оҫталар килгәйне.