2025 йылда Көйөргәҙе районы юбилейҙарға һәм иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Беҙҙең районыбыҙ Көйөргәҙегә - 90 йәш тулды. Беренсе профессиональ башҡорт композиторы, БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа - 130, прозаик, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәевҡа - 90 йәш тулды. Ермолаево ауылының балалар сәнғәт мәктәбенә талантлы яҡташтарыбыҙ, бер туған Айрат һәм Өлфәт Ҡобағошовтарҙың исемдәре бирелде. Райондың иң яҡшы игенселәренә биреләсәк Социалистик хеҙмәт Геройы Анна Чуева исемендәге премия булдырылды.
Уҙып барған йылды тотороҡло иҡтисади күрһәткестәр менән тамамланыҡ. Сәнәғәт предприятиелары күләменең үҫеше - 14,8 процент тәшкил итә. Бизнес үҫешенең дә ыңғай динамикаһы күҙәтелә.
Дөйөм майҙаны 3999 квадрат метрлыҡ 21 шәхси торлаҡ йорт файҙаланыуға тапшырылды. Ағымдағы йылда юл тармағы өлкәһендә килеп тыуған проблемаларға ҡарамаҫтан, юлдарҙы ремонтлау мәсьәләләрен хәл итеүҙе дауам итәбеҙ. Киләһе йылда Яҡшымбәт - Ҡотлоюл, Яҡшымбәт – Өфө - Ырымбур юлдарын, шулай уҡ Ермолаево ауылының Ленин, Ватутин, Көйөргәҙе, Юбилей урамдарын ремонтлау буйынса эштәрҙе дауам итәсәкбеҙ.
Райондың өс тораҡ пунктын: Яңы Отрада, Знаменка һәм Яңы Ямаш ауылдарына газ индереү йылдың мөһим ваҡиғаһы булып тора.
Көйөргәҙеләр һәм яҡташтар ярҙамы менән "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы буйынса Ермолаево ауылындағы Совет урамындағы тротуарҙы төҙөкләндереүгә ирештек.
Ауыл хужалығы - райондың нигеҙе. Беҙ районыбыҙҙың агросәнәғәт комплексының уңышлы үҫешеүе менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең аграрийҙар ышаныслы алға бара һәм райондың ауыл хужалығын үҫтереүгә әүҙем инвестициялар һала. Ағымдағы йылда төп капиталға 345 млн һумдан ашыу инвестициялар һалынды, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 33% күберәк. Техника паркын яңыртыу әүҙем бара, юғары продуктлы тоҡомло мал һатып алына, яңы объекттар төҙөлә, шулай уҡ, сәсеү әйләнешенә яңы юғары маржиналь культуралар индерелә. Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативында ҡуйылған яңы, заманса иген киптереү комплексы инвсетицияның сағыу миҫалы булып тора, ул уңыш йыйыуға, уны сифатлы киптереүгә һәм ауыл хужалығы продукцияһын ышаныслы һаҡлауға булышлыҡ итә.
Социаль өлкәлә лә һөҙөмтәле генә эштәр башҡарылды. Быйыл райондың биш мәктәбенә яҡташтарыбыҙҙың, Советтар Союзы Геройҙарының исемдәре бирелде. Яҡуп ауылында тыуып үҫкән Емилов Малик көрәш буйынса донъя чемпионы булды. Көйөргәҙе Районында “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” Өлкән быуын аралашыу Үҙәге асылды. Бөтә ҡаҙаныштарыбыҙ - Көйөргәҙе кешеһенең көндәлек хеҙмәтенең һөҙөмтәһе.
Бөгөн бөтә илебеҙ ҡатмарлы һыналыш осоро кисерә. 300-ҙән ашыу яҡташыбыҙ махсус операция үткәреү зонаһында лайыҡлы хеҙмәт итә һәм хәрби бурыстарын үтәй. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, улар өсөн борсолабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа бар... Улар барыһы ла беҙҙең Геройҙар.
Көйөргәҙеләр һаҡсыларыбыҙға ышаныслы тыл тәьмин итергә тырыша. Район халҡы, эшҡыуарҙар, предприятие етәкселәре, фермерҙар, яҡташтар әүҙемлек күрһәтә. Быйыл 12 гуманитар конвой йыйылып, махсус хәрби операция зонаһына уңышлы алып барып тапшырылды. Бының өсөн Көйөргәҙе халҡына, ирекмәндәргә һәм битараф булмаған яҡташтарға ҙур рәхмәт.
Тыуған Илебеҙгә файҙа килтереү һәм уның яҙмышына яуаплылыҡ менән ҡарау, битараф булмау – беҙҙең уртаҡ маҡсат.
Айырым рәхмәттәремде махсус хәрби операция зонаһында булғандарға еткерәм. Ҡулдарына ҡорал тотоп, тыуған йортонан алыҫта, блиндаждарҙа һәм окоптарҙа йәшәүселәргә ҙур рәхмәт. Еңеүҙең тиҙерәк килеүен, ә беҙҙең яҡлаусыларҙың ғаиләләренә - көс һәм сабырлыҡтар теләйем!
Киләһе йылда беҙ бергәләп байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышырбыҙ. Беҙҙе Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһына депутаттар һайлау көтә – был һәр Рәсәй гражданының тормошонда бик яуаплы һәм мөһим этап, сөнки тап һайлауҙар аша кеше үҙенең һәм иленең киләсәген билдәләй. Лайыҡлы депутат һайлауыбыҙға ышанам.
Социаль тотороҡлоҡ һәм ғаиләләр именлеге, халыҡтың әхлаҡи һәм физик сәләмәтлеге, патриотизм һәм рухи мәҙәниәт тәрбиәләү, йәмғиәттә тыныслыҡ һәм татыулыҡты һаҡлау, яугирҙарыбыҙ өсөн ышаныслы тыл булдырыу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү - яңы йылда ошо төп йүнәлештәр буйынса эш алып барасаҡбыҙ.