

Бына тағы бер йыл үҙенең мәшәҡәттәре, ығы-зығыһы менән, тарих биттәренә юл ала. Ҡалай ғына булмаһын, йылан йылы уңышлы йыл булды тип әйтергә кәрәк.
Ҡарлы ҡыштары, ямғырлы йылы йәйҙәре, мул уңышлы көҙҙәре өсөн рәхмәттәр әйтеп бөгөн беҙ 2025 йылды оҙатабыҙ! Ә алда алмашҡа башланмаған өр-яны 2026, йылҡы йылы килә. Яҡут мәҙәниәт йортонда "Һаумы, Яңы йыл!" исемле байрам концерты уҙҙы, ауылыбыҙ һәүәҫкәр артистарының һәр сағыу сығыштарын тамашасы алҡыштарға күмде. Мораптал ауыл биләмәһе башлығы Рәшит Рәуил улы Ғисмәтуллин үткән йылға байҡау яһап, ауыл халҡын Яңы йыл менән ҡотланы. Байрам ҡунаҡтары Ҡыш бабай менән ҡарһылыу ҙа иң изге теләктәрен еткерҙе. Байрамыбыҙ ҡунағы, махсус хәрби операция һалдаты Винер Ниғмәтуллиндың йыры күптәрҙең күҙҙәрен йәшләндерҙе. Уның күңел түренән сыҡҡан йыры илебеҙ тыныслығы һағында торған егеттәребеҙгә арналды. Алдағы йылыбыҙ илебеҙгә, барыбыҙҙа күптән көткән тыныслыҡ килеүен теләйбеҙ, һәр һалдат үҙ ғаиләһенә имен һау ҡайтып, ҡыуаныслы, тыныс тормошта йәшәргә яҙһын.
Яңы йыл һәр кемгә күтәренке кәйеф, рух ныҡлығы, күңел бөтөнлөгө, ныҡлы һаулыҡ, өмөтлө киләсәк, ғаилә именлеге, балалар шатлығы, илебеҙгә тыныслыҡ алып килһен!
Яңы йыл менән дуҫтар!
Рәмзиә Әбйәлилова, Яҡут ауылы.