Яңы уңыштар, яңы яҙылыусылар теләйем һеҙгә!
Түбәнге Баба ауылында йыл да үткәрелгәс, был юлы ла традицияны боҙмай, халыҡ өсөн матур байрам кисәһе ойошторҙоҡ. Күңелле уйындар, эстафеталар, ҡыҙыҡлы викториналар, лотерея ла уйнаттыҡ. Лотерея приздарына, ҡыҙығыраҡ булһын тип, бригадирыбыҙ Боҫканов Р. Т. бер нисә тоҡ комбикорма һәм бер тюк бесән дә бирҙе, ҙур рәхмәт уға! Шыршы ултыртып, байрам үткәрәйек, тип тырышып йөрөгән старостабыҙ Исхаков Әбделәхәт абзыйға, приздар алырға спонсорлыҡ ярҙамы өсөн Исхаков Илнур Әбделәхәт улына, лотерея ойоштороп ярҙам итеүселәр Шириязданова Ф. Ә., Халитова Г. Х.- барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Яңы йыл һеҙгә яңы ҡыуаныстар килтерһен! Шулай күңелле йәшәйек!
Земфира Вәлиева, Түбәнге Баба ауылы.