Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Ғинуар , 09:42

Әҙәм балаһын өмөт йәшәтә

Зөлфиә АРАПТАНОВА, Илкәнәй ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы (1978 йылғы):

Әҙәм балаһын өмөт йәшәтә
Әҙәм балаһын өмөт йәшәтә

- Уҙған йылдың шатлығы ла, көйөнөсө лә булманы түгел, булды инде. Әҙәм балаһын өмөт йәшәтә. Мин дә өмөт менән йәшәйем. Хәрби офицер әсәһе булараҡ иң беренсе илебеҙгә тыныслыҡ көтәм, яу яланында йөрөгәндәр барыһы ла иҫән-һау тыуған яҡтарына, ата-әсәләре, балалары, туғандары янына әйләнеп ҡайтырҙар тип ышанырға теләйем. Өр-яңы йыл пар аттарын егеп, ҡыңғырауҙарын тағып ҡот, бәрәкәт, тыныслыҡ менән юлға сыҡҡандыр тип өмөт итәм. Атҡан таңдарҙың барыһы ла алһыу булһын. Тормош юлдарында шатлыҡлы осрашыуҙар, бәхетле йылмайыуҙар, ҡыуаныслы миҙгелдәр күп булһын! Ат йылы һәр өйгә бәхет алып килһен. Бер-беребеҙгә ихлас булып, матур һүҙҙәр өләшеп йәшәйек!

Автор:
Читайте нас