- Олоғайып бөтһәм дә һәр Яңы йылды мөғжизә менән ҡыуанып ҡаршы алам. Быйылғы Ат йылын биегрәк тә илһамланып, ҡанатланып көтәм. Сөнки яңы тыуған йыл – минең йылым. Был миңә уның бар яҡлап уңышлы булыуына ҙур өмөт уята. Оптимист кеше булараҡ, мин ышанам Ат йылы беҙгә мотлаҡ Еңеү алып килер, яугирҙәребеҙ үҙ ғаиләләре, балалары янына ҡайтыр.
Минең улым да Ат йылында тыуған. Быйыл ул үҙенең олпат 60 йәшлек юдилейын билдәләйәсәк Алла бирһә.
Киләсәккә яҡты өмөттәр, ышаныс менән 2026 йылға ла аяҡ баҫтыҡ. Яңы йылда һер кешегә тәү сиратта, ныҡлы һаулыҡ, мөхәббәт һәм ғаилә именлеге теләйем.
Үҙем эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Мораптал мәктәбе уҡытыусылар коллективын, ауылым халҡын да Яңы йыл менән ихлас ҡотлайым. Барыһына ла именлек, күңел тыныслығы, уңыштар юлдаш булһын!