Әйткәндәй, ошо уҡ фекерҙе «Юшатыр» гәзитенә биргән интервьюһында райондың элекке башлығының ҡатыны Лилиә Михайлова ла әйткәйне.
Ысын журналист атҡаҙанған булырға тейеш түгел тигәнгә гел инандым, власть һине маҡтап, бүләк тапшыра икән, тимәк, һин гел уға ярап, һәр сөскөргәненә йәрхамбикалла тип торғанһың. Ә улай эшләгәс, журналистика ҡанундарына хыянат иткәнһең булып сыға: ҡайҙа дөрөҫлөктө эҙләү, ҡайҙа тормоштоң ҡыйыш яҡтарын күреү, әйтеү, ҡайҙа бәләгә тарыған, бәлки, властар тарафынан ҡыйырһытылған кешегә ярҙам итеү (гәзиткә ышаныс булырға тейеш, совет заманында Витебск маньягы енәйәте өсөн ғәйепһеҙгә хөкөм ителгән ирҙәр, башҡа таяныр таяныстары ҡалмағас, “Правда»ға яҙығыҙ, журналист ебәрһендәр, беҙҙе ҡотҡарһын тип, иреккә яҙыу ебәргәндәр)?
Беҙҙә дөрөҫлөк, ғәҙеллек эҙләйем тип йөрөгән журналистың бер ҡасан да башын һыйпамайҙар, гел эт типкеһендә үтә ғүмере. Шулай булғас, мин дә үрҙәгеләргә ярап ҡына йөрөгән ҡәләм әһеле булам. Атҡаҙанған бирҙеләр бит! Тимәк, үҙемдең ҡасандыр әйткән һүҙҙәремә, быныһынан бигерәк, яратҡан эшемә хыянат иткән булып сығам.
...2006 йылда «Юшатыр» гәзитенә эшкә килгәндә, исем, дан-шөһөрәт хаҡында уйлау ҡайҙа – эш кәрәк, йән аҫрарға кәрәк, яңы ғына Күмертауға күсеп килдек, ул саҡтағы директор Ямал Рафиҡова БРГИ-ға эшкә саҡырған ине лә, хатта интернат янында йәшәргә урын да бар тигәйне. Бер юлы гәзиттең ул саҡтағы редакторы Сибәғәт Рахманғолов, давай, миңә тине. Аптыраҡ. Ҡайҙа барырға, хәл иткес мәл бит был. Таймаҫ мәктәбенең уҡытыусыларына бағам – ҡалайтайым?
- Ауыртмаған ереңә ят.
Ишембайҙа уҡыған мәлдә үк, алтынсы кластан, урындағы гәзиткә гел яҙыштым, торараҡ “Йәншишмә» гәзитендә даими баҫылып торҙом, балалар баҫмаһы редкаторы Ғималетдин Яруллин өлкән журналистарына: яҙғас, Малик һымаҡ яҙығыҙ тип әйткән, был хаҡта корреспонденттар үҙҙәре көлөп һөйләне. «Йәшлек» гәзитендә йыш сыҡты яҙғандарым, бер мәл хатта ҙур ғына хикәйәм дә баҫылды.
Ҡыҫҡаһы, ауыртмаған ер тип, гәзитте һайланым. Эштең беренсе көнөндә үк ҡала Советы ултырышы икән, Сибәғәт абзый шунда алып китте. Икәүләшеп ултырабыҙ. Ауыл малайына – миңә – бындай юғары ерҙәрҙә булмағанға, ҡыйыныраҡ, сит кешенең туйына барып эләккән кеүек. Бер нәмә әйтәләр ҙә ҡул күтәрәләр – кем риза, риза түгел? Башҡалар күтәрә тип, С. Рахманғолов менән беҙ ҙә күтәрәбеҙ. Бер аҙҙан ғына башҡа етте – депутаттар ғына күтәрергә тейеш икән. Сессиянан ҡайтҡас, ултырыштың ҡарарҙарын бирҙе лә, редактор шулай тине: мә, яҙ.
- Нисек? Мин бит бер нәмә лә аңламаным.
Аңланыңмы-юҡмы, яҙырға кәрәк, ҡыҫҡа ғына материал сыҡты. Булды-үтте-китте мәғәнәһендә.
Торараҡ яңы ергә өйрәнелде. Таймаҫта, йәйге эҫе селлә мәлендә, һыу булманы, торба тишелгәнме, нимәлер, ошо хаҡта фельетоным сыҡты. Әсе яҙылған ине ул. Ауыл хакимиәте редакторға ла, район башлығына ла ялыулап шылтырата. Нимә тип баҫтығыҙ уны, ғөмүмән, Сибәғәт нишләп уны эшкә алған? Уның ҡарауы, һыу булды, ябай халыҡ рәхмәт әйтте. Был уҡыусының рәхмәтен беренсе тапҡыр ишетеү ине. Рәхәт булды. Аҙаҡ бындай рәхәттәрҙе кисергән ваҡыттар күп булды, әйтергә кәрәк, был теләһә ниндәй грамота-ғәләмәттәрҙән күпкә юғарыраҡ. Әйткәндәй, әле был жанр – фельетон – юҡҡа сыҡты. Уны яҙыу өсөн оҫталыҡ ҡына түгел, ҡуш йөрәк тә кәрәк.
Һуңыраҡ фельетон жанрында сыҡҡын ике яҙмам тауыш ҡуптартты – «Эт планы», «Сусҡа бәләһе». Өфөгә шылтыратып, хакимиәт миңә ҡарата ғәйеп ташлаған. Ныҡ әсе яҙылған ине, зиттарына тейгәндер. Был хаҡта агенствола һаман булһа көлөп иҫкә алалар. Торараҡ «Бесән өҫтөндәге эт» тигәненә ҡарата башлыҡҡа, мине әрләтәм тип, барҙылар. Азамат Зәкәриә улы башлыҡ ине, ул бер аҙ шелтә һымаҡ әйтеп ҡуйҙы, Юлай Ильясов, һуғыштан ҡайтҡас (уға ла әйткәндәр), хахылдап көлдө.