Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Ғинуар , 11:50

ЛИЛИПУТТАР

Күмертау ҡалаһы менән Көйөргәҙе районы өсөн берләштерелгән «Юшатыр» гәзитен асыу өсөн ер аяғы, ер башындағы Ишембайҙан Сибәғәт Рахманғоловты баш мөхәррир итеп килтереп ҡуйҙылар

ЛИЛИПУТТАР
ЛИЛИПУТТАР

Ул бер көндө гәзиттең буласаҡ яуаплы сәркәтибе, оҙон тороҡло Руция Дауытованы, буласаҡ урынбаҫары, үҙе һымаҡ мылтыҡ буйындай ғына мине машинаһына ултыртып:
– Әйҙәгеҙ, районыбыҙҙың иң сикке ауылдарына барып, донъя күреп, кешеләре менән танышып ҡайтайыҡ, тип беҙҙе алып сығып китте. Юл ыңғайы Мораптал урта мәктәбенә һуғылдыҡ. Уҡыу йорто ишеген асып инеү менән беҙҙе завуч әйҙүкләп ҡаршыланы:
– Үтегез әйдә, үтегез! Рәхим итегез. Безгә концерт белән лилипутлар киләбез тигән инеләр. Сез буласыздыр инде. – Руция яғына ымлап. – Бусы директорыгыздыр инде.
Буласаҡ гәзиттең геройҙары менән танышыу бына шулай башланды.

КАДРҘАР ХӘЛ ИТӘ
Башҡорт телендәге яңы гәзит аҙнаһына өс сыға. Баш мөхәррир Сибәғәт Рахманғолов ялға Ишембайға ҡайтып йөрөй. Дүшәмбе көндө редакция машинаһында сәғәт 12-ләргә килеп етә. Был ваҡытта инде гәзиттең буласаҡ һаны формалашып, баҫыуға ныҡлап әҙерләнә башлаған була. Мөхәрриргә әҙер полосаларға ҡул ҡуйырға ғына ҡала. Икенсе һанын әҙерләүҙә лә хужабыҙ әллә ни әүҙемлек күрһәтмәй: редакцияның башҡа мәсьәләләре быуа быуырлыҡ.
Бына йома көндө шәмбе һанын әҙерләргә керешәбеҙ. Баш мөхәррир:
– Гәзит минһеҙ ҙә шәп сыға. Кадрҙарҙы дөрөҫ һайлап ала белергә кәрәк. Тимәк, мин яңғылышмағанмын, – ти ҙә Ишембайына ҡайтып китә.
Уны Мәләүездең «Путь Октября» гәзитенә баш мөхәррир – директор итеп күсергәнсе был хәл шулай дауам итте.
Тәлғәт ШАҺМАНОВ

Автор:
Читайте нас