Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Ғинуар , 10:29

Рәхәтләнеп ял иттек

Һаумыһығыҙ, “Юшатыр”ҙар! Иң беренсе һеҙҙе Яңы йыл байрамы, алған наградаларығыҙ, Рәсәй матбуғаты көнө менән ихлас ҡотлайым. Иҫән-һау эшләгеҙ! Шул хәтлем ҡыуанам һеҙҙең уңыштарығыҙ өсөн һәм яҙғандарығыҙҙы ла яратып уҡыйым.

Рәхәтләнеп ял иттек
Рәхәтләнеп ял иттек

Барыһы ла яҙҙырһын ине гәзитте. Һәр ваҡыт әйтеп йөрөйөм, башҡа гәзитте алдырғансы “Юшатыр”ҙы алдырығыҙ, ул бит районыбыҙҙың көҙгөһө, бөтә нимә яҙыла, барлыҡ яңылыҡтар ҙа бар гәзиттә. “Юшатыр” бит башҡорт телендә аңлайышлы сыҡҡан беҙҙәге берҙән-бер гәзитебеҙ. Былай ҙа телебеҙ бөтөп бара, шуға берҙәм булайыҡ, барыбыҙ ҙа яҙҙырайыҡ һәм уҡыйыҡ.
Шулай уҡ Зәк-Ишмәттә үткән Яңы йыл байрамын да яҙып үтмәксемен. Шул тиклем шәп үтте. Матур йөкмәткеле концерт, ҡотлауҙар, күңелле уйындар менән үрелеп барҙы.
Ауылыбыҙ матур булһын, халыҡҡа байрам хисе бүләк итеп үҙ ихаталарын биҙәгәндәрҙе тәбрикләнек байрамда. “Айыҡ ауыл” конкурсында ярҙам иткәндәрҙе билдәләп, уларға ла бүләктәр бирҙек. Махсус хәрби операцияла яҡындары ҡатнашҡандарға сабырлыҡ, түҙемлек теләп, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, улдары менән иҫәнлектә генә осрашырға насип булһын тип теләп әтей-әнейҙәренә бүләктәр тапшырҙыҡ. Ауылыбыҙҙың актив гүзәл заты Светлана Хөрмәт ҡыҙын, мине, Айгөл Нәзир ҡыҙын юбилейҙарыбыҙ менән ҡотланылар...

Рәмилә ӘКБӘРОВА, Зәк-Ишмәт ауылы

Рәмилә апайҙың хаты тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас