Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Ғинуар , 08:42

Үҙебеҙҙеке яҡыныраҡ

Бөгөн – Артист көнө.

Үҙебеҙҙеке яҡыныраҡ
Үҙебеҙҙеке яҡыныраҡ

Беҙҙең илдең тарихында беренсе тапҡыр үткәрелә был байрам, уны былтыр көҙ генә уйлап таптылар. Бөйөк актер, режиссер К. Станиславский тыуған көн (бөгөн) – Артистар байрамы булырға тейеш.

Байрамдар күп хәҙер, шуғалыр, ҡайһыларының ҡәҙере лә бик юҡ. Әммә бына быныһының ҡәҙере бар – артистарһыҙ донъя һанһыҙ, һағыштарҙан иларға етешкән саҡта ла, шатлыҡтан үрә һикерер мәлдә лә улар гел янда була.

Байрамға бәйле, тағы бына нимә әйтәһе килә: артистар ҙа, байрамдар кеүек, күп хәҙер, ҡайһыһын торғоҙма, һәр береһе Халыҡ, һәр береһе Атҡаҙанған (был исемдәрҙең дә, уны теләһә кемгә биреп, бәҫен төшөрә башланылар, әйткәндәй).

Йыраҡта йөрөгән данлыҡлыларына ҡарағанда, үҙебеҙҙекеләр беҙгә яҡыныраҡ, талантлыраҡ күренә. Район-ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә йырлай-уйнаймы ул, йәки бәләкәй генә ауылдың, ни ғиллә менәндер, һаман ябылмаған кескәй генә клубында сығыш яһаймы – беҙҙекеләр һәр саҡ, исемдәре, ордендары булмаһа ла, беҙҙең өсөн бөйөк булып ҡала. Башҡаларға ышанмаһаҡ та, үҙебеҙҙекеләргә һәр сығышы һайын ошолай тибеҙ: Верю!

Байрамығыҙ менән, Артистар!

Автор:
Читайте нас