"Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә үткәрелгән сараны "Берҙәмлек байрамы" тип атағандар.
Ҡунаҡтарҙы санаға егелгән аттар менән ҡаршы алдылар.
Хәс йәшлеккә табан елгәндәй тойҙо үҙен санаға ултыра алғаны (урын барыһына ла етмәне, иң-иңдәренә генә атта елеү бәхете тәтене), район башлығы менән район Советы рәйесенә иң шәп сана, иң йомшаҡ урындыҡ һәм иң дәртле аттар эләкте.
Еҙ ҡыңғырау тағып ҡына,
Аттарҙа сабып ҡына,
Килер инем йәшлегемдән тик һине алып ҡына...
Был ғәжәп байрамдан репортаж киләһе һанда гәзиттә баҫыласаҡ.