

Мин-ҡатын-ҡыҙ, әле шундай сағым:
Йырлы сағым, моңло, баһалы,
Күңел таңдай нурлы, ҡылдай нескә,
Әйтерһеңдә, бәллүр аһаңе.
Мин ҡатын-ҡыҙ, уҫал ҡағылмағыҙ,
Фани донъя һеҙгә тар кеүек,
Һаҡһыҙ һүҙҙән күңел кителмәһен,
Йәшен киҫкән йәшел тал кеүек.
Тупаҫлыҡтан мин ҡараям, көйәм,
Уҫалланам, ниңә ул һеҙгә?
Ир булығыҙ, мин тик ҡатын-ҡыҙмын,
Әйләндермәгеҙсе әрһеҙгә.
Мин – ҡатын-ҡыҙ, ҡәҙер белгән өсөн
Тоғролоҡҡа йәнен тапшырған,
Һөйөү менән мин яҡшыраҡ булам,
Матурыраҡ булам, яҡтырам.
Әсе телдәр, бысраҡ уйҙар менән
Ҡағылмағыҙ, күңел саң кеүек
Мин ҡатын-ҡыҙ, бары яратығыҙ,
Минең ваҡыт ҡыҫҡа таң кеүек.
Хәлисә Мөҙәрисова