Сара һуң башланды, юлдарҙы саҡ ярып килгән ауыл кешеләре уфтанышты, кире ҡайтаһы ла бар бит әле...
Ниһайәт, башланды. Баҡһаң, түрәләр һуғышта балаһын, ирен юғалтҡан гүзәлдәрҙе тәрбикләп, сәй табыны артында ултырған икән.
Төп иғтибар, әлбиттә, уларға булды. Сәхнәнән әйтелгән барлыҡ теләктәр, моңло йырҙар, башлыса, улар өсөн яңғыраны. Бына был теләк бөтәһенә лә төбәлде: үҙеңдән алда ер ҡуйынына балаңды һалырға яҙмаһын, беребеҙҙе лә әсә бәхетенән айырмаһын.