Һәм, ошо матур датаға бәйләп, әнием – Сәриә РӘХИМОВАға рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.
Әни – Ер йөҙөндәге иң ғәзиз, иң яҡын кеше, сөнки ул бегә тормош бүләк иткән, күкрәк һөтөн имеҙеп, йыр көйләп, бишектә тибрәткән. Тәүге йылмайыуыбыҙҙы, атлап киткән аҙымдарыбыҙҙы күреп, ҡыуанған.
Беҙ үҫкәс тә, әниҙең йөрәге «балам» тип тибә, әниләрҙең ҡылған изгелектәрен һанап бөтөрөрлөк түгел.
Ғәзиз әнием! Нисә йәштә булһаҡ та, һин беҙгә һәр саҡ кәрәк. Сәләмәтлек, йән тыныслығында балаларың, ейәндәрең йәнәшәһендә бәхетле, бәрәкәтле ғүмер кисерергә яҙһын.
Тыуыр таңдар һәр саҡ нурлы, күк йөҙө аяҙ булһын, һиңә барыһы өсөн ҙур рәхмәт, оло хөрмәт менән, һинең алда баш эйәбеҙ.
Ҡояш көлһөн, яҙҙар һиңә
Ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскә килтерһен,
Яҙҙар менән бергә бәхет килһен,
Гел йылмайып ғүмер кисер һин.
Рәйсә Рәхимова, Зәк-Ишмәт ауылы.