Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Март , 09:21

Байрам өсөн рәхмәт, апайҙар

Күмертауҙың бер уҡыу йортонда балалар өсөн бик шәп тамаша ойошторғандар.

Байрам өсөн рәхмәт, апайҙар
Байрам өсөн рәхмәт, апайҙар

М. Исҡужин исемендәге прогимназияға яңыраҡ ҡунаҡ килгән - Елена Захарова. Уны күптәр, бигерәк тә, балалар яҡшы белә. Байрамдарҙы шул тиклем шәп үткәрә, һуңынан әллә күпме ваҡыт ошо турала, онотмай, һөйләп йөрөйҙәр.

Был юлы ла прогимназия уҡыусылары бик ҡәнәғәт ҡалған, уйындар уйнағандар, һәр береһенә Лилиә Әлибаева апайҙары грамоталар биргән (был бала был яҡтан шәп, ә быныһы бына был яҡтан - һәр уҡыусының үҙенә күрә таланты бар).

Бүләктәр таратҡандар. Прогимназияла уҡыған был малайҙа һәм ҡыҙҙар әлеге байрамды мәңге онотмай, һуңынан, ҙур үҫкәс, үҙҙәренең балаларына ла һөйләп ултырырҙар: 2026 йылда, мин бәләкәс саҡта, 8 мартты хәтәр шәп итеп үткәргәйнек.

Автор:
Читайте нас