Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Март , 09:27

Күҙ йәштәре аша йылмайыу

Һалдат әсәһе Зөһрә еңгә Ишдәүләтова, еңгәгең бер улын - Рәфисте - тыуған еренә алып ҡайтып ерләгәнгә бер йыл булып килә, икенсе улы Мирас һуғыштың тәүге көндәренән МХО-ЛА, еңгә, изге теләктәр менән, ошо улының иҫән- имен ҡайтыуын теләй, һәр бер балаһын һөйләгәндә, супырлап, күҙ йәштәре килеп сыға...

Күҙ йәштәре аша йылмайыу
Күҙ йәштәре аша йылмайыу
Яҙҙың матур, сағыу байрамы 8 март килә яратҡан, ғәзиз тыуған еребеҙгә.
Байрам уңайы менән МХО- ла йөрөгән һалдаттарҙың әсәләре менән осрашыу маҡсаты менән, ғәзиз улдарының, туғандарының, хәлдәрен белешергә- тип, МХОла хеҙмәт иткән һалдаттарҙың йортона ашыҡтыҡ.
Яҡут китапханаһында МХО- ла йөрөгән һалдаттарҙың һәр береһенә айырым папкалар асылған, уларҙың батырлыҡтары тураһында киләсәк быуын өсөн бик кәрәк булыр- тигән уй менән, яҡындары менән осрашып, һөйләшеп, папкаларға яңы мәғлүмәттәр булыр- тип, МХО- лағы егеттәрҙең әсәләре, ҡатындары менән осрашыуға барҙыҡ.
Илдәге һуңғы береһенән- береһе ҡурҡыныс ваҡиғалар арҡаһында яугирҙәрҙең яҡындары ут йотоп йәшәй, бигерәк тә мобилизацияға эләккән егеттәрҙең атай- әсәләре, ҡатындары, туғандары йылы һүҙгә мохтаж.
Йылы һүҙ йән аҙығы- тип боронғолар белмәй әйтмәгән. Ошо йылы һүҙгә бигерәк тә мохтаж бөгөн һалдат әсәләре. Беҙҙә улар менән бергә икәнен аңлаһындар ине әсәләр.
Зөльфирә Кусмаеваның беҙ барып кергәстә, күҙенә йәштәре килеп тығылды, бик ҡыйын хәлдәре бөгөн, яңыраҡ йорттары янды, ярай әле килендәре бар, әлегә ул шунда ине.
Марсель тураһында һорашып оҙаҡ ултырып булманы, шулай ҙа әсә кешенең йөрәге бик өҙгөләнгәнен аңларға була инде. Күҙ йәштәре аша йылмайып, рәхмәттәр уҡып тороп ҡалды әсә кеше.
Икенсе Һалдат әсәһе Зөһрә еңгә Ишдәүләтова, еңгәгең бер улын - Рәфисте - тыуған еренә алып ҡайтып ерләгәнгә бер йыл булып килә, икенсе улы Мирас һуғыштың тәүге көндәренән МХО-ЛА, еңгә, изге теләктәр менән, ошо улының иҫән- имен ҡайтыуын теләй, һәр бер балаһын һөйләгәндә, супырлап, күҙ йәштәре килеп сыға... Имен генә булһын донъялар- ти ул!
Ришат Рахманғоловтың йортона керә алманыҡ, апарыуҙан бирле кеше эҙҙәре күренмәй ине.
Бик тырыша торғас, һалдат ҡатыны Гөлсәсәкте күрергә насип булды.
Илап та алды һылыу, йылмайып та алды.
Ошо араларҙа тормош иптәшенең һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәндәр!
Бына ошолай фәһемле генә осрашыуҙар булды, һәр бер әсәгә бүләктәр биреп, үҙебеҙҙә уларға ҡушылып илаһалар илап, йылмайһалар йылмайып, байрам менән ҡотлап иң изге теләктәрҙе еткерҙек!
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы. 
 
Автор:
Читайте нас