- Минең ҡатын иҫ киткес кеше. Ул бар яҡлап та булған, бар яҡлап та уңған. Үҙе матур, һомғол буйлы, үҙе тырыш, иманлы, тәрбиәле, аш-һыуға ла оҫта. Эшкә киткәндә мине илһамландырып оҙатып ҡала, өйгә арып ҡайтып ингәндә әҙерләнеп, тәмле ризыҡтарын бешереп ҡаршы ала. Тормош мәғәнәһе ике балабыҙҙы бүләк итте ул миңә, аҡыллы, матур, тәүфиҡлы улым һәм ҡыҙым бар, Аллаға шөкөр, уның өсөн рәхмәтлемен Зимфирама. Ул һәр ваҡыт мине ҡеүәтләп тора, ниндәй генә эшкә тотонһам да ул миңә ышаныс бағлай, шул ышаныс мине йәшәтә, эшләтә һәм ҡанатландыра. Дингә килгәндә лә, ул минең ҡарарымды хуплап, ҡулынан килгәнсе миңә ярҙам итте, бының өсөн айырым рәхмәт ҡәҙерлемә.
Осраҡлы ғына осрашыу миңә ҙур бүләк, татып бөткөһөҙ бәхет бүләк итер, тип кем уйлаған. Беҙ уның менән мин уның әхирәтенең туйын үткәргәндә тәүгә күрештек, һуңынан ул мине үҙенең юбилейын үткәрергә саҡырҙы, шулай итеп бәйләнеп китте лә инде беҙҙең яҙмыштар. Донъялағы иң матур, иң сибәр, уңған, көләс, мөләйем ҡатын-ҡыҙ булған һөйөклө Зимфирамды яҙҙың наҙ һәм мөхәббәткә тулған байрамы Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым. Артабан да мөхәббәт, бәхеткә тулы булған тормош һуҡмағы буйлап бергә-бергә атларға яҙһын!