Минең тормош иптәшем Минзиә Зиннур ҡыҙы маҡтауға ғына лайыҡлы. Бәләкәй саҡтан бергә үҫтек, 10 йыл бергә уҡыныҡ, артабан ул Өфөгә, ә мин Бәләбәйгә уҡырға киттек. Әрме сафына ла ул мине оҙатып ҡалды. Ил алдындағы бурысымды үтәп ҡайтҡас та өйләнештек. Аллаға шөкөр, 1979 йылдан бирле бергә иңгә-иң терәшеп йәшәйбеҙ. Ул аҡыллы, матур, тәртипле ҡыҙыҡай булды. Ғаиләһендә иң оло бала ул. Туғандарына һәр ваҡыт өлгө, үрнәк булып торҙо, әле лә яҡындарының хөрмәтендә, үҙенең төплө кәңәштәрен биреп йәшәй. Минең туғандарҙы ла ихтирам итте. Әсәйем менән матур йәшәне, матурлап ҡарап, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ныҡлы терәгем булған Минзиәмә рәхмәтлемен. Һәр ваҡыт тоғро булды, ярҙам итте. Бар ерҙәи лә әүҙем булып, ғайнап йәшәне, ауылда ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләне, кохоз эштәрендә гүзәл заттар менән өмәләр ойоштора торғайны. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе, аҙаҡ 25 йыл мөдир булып эшләне. Тырыш, уңған хәләл ефетем менән бер ул үҫтерҙек, әлеге көндә ейәнебеҙгә бәхетле олатай һәм өләсәйбеҙ. Балаларға ла һәр яҡлап та өлгө булып тора ул. Тормош юлдашымды 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайым. Киләсәктә лә ныҡлы һаулыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған имен тормошта матур итеп йәшәргә яҙһын. Шулай уҡ районыбыҙҙың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарын да байрам менән тәбрикләйем. Бөтәһен дә хөрмәт итәм, яратам һәм иҫәнлек, именлек, тиҙерәк донъяларыбыҙ тынысланыуын теләйем.