Көндәр йылы, тормош матур
Тик күңелдәр никтер борсола
Иҫкә төшә лә үткәндәр
Шиғыр тыуа яй ғына.
Әсәй, өләсәй, инәйҙәр
Апайҙар һәм килендәр
“Ҡатын-ҡыҙҙар” көнөнә
Саҡырылып килгәндәр.
Ошо матур заттарҙы
Нисек һуң ҡотламайһың.
Донъя йәмле, шулар менән
Нисек ҡотлап китмәйһең!
Сабыйын ҡулына алып
Йырлап бишек йырҙарын
Үҫтерә ул ҡыҙын, улдарын
Моңға күмеп ялан-ҡырҙарын.
Батыр егеттәр үҫтерә
Илгә таяныс булып
Илен һаҡлайҙар дошмандан
Ҡайталар ордендар тағып.
“Илем тыныс йоҡлаһын
Һәр ваҡыт татыу булһын”
Бирә улар вәғәҙәләр
Бармайҙар биргән антын.
Әсәйҙәрҙең хеҙмәт көсө
Онотолмаҫ улар мәңгегә.
Алып ҡайтҡан ордендарға
Әсәйҙәрҙең дә бит көсө түгелә.
Рәхмәт, балам, улыҡайым
Хеҙмәт бушҡа китмәһен.
Үҙ илем алтын бишек
Дошман илгә инмәһен.
Әсәй, өләсәй доға уҡый
Иҫән генә йөрөһөн балалар.
Иң мөһиме илебеҙҙә
Тыныс булһын донъялар.
Илебеҙҙең тыныслығын
Теләй һәр кем ихластан.
Зәңгәр күгем аяҙ булһын
Һаҡла, Хоҙай, ҡара болоттан.