Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Март , 12:00

Һин - минең музам, минең ярҙамым, терәгем һәм минең илһамым

Данил АКИЛОВ, Көйөргәҙе район хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары:

Һин - минең музам, минең ярҙамым, терәгем һәм минең илһамым
Һин - минең музам, минең ярҙамым, терәгем һәм минең илһамым

- Тормош иптәшемде тәүгә күргәнемдә ул Аҡъяр ауылы мәктәбенең өлкән кластарында уҡый ине. Йәштәр форумы бара ине, Регина унда әүҙем ҡатнаша ине. Был мәлдә мин үҙем Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы студенты инем. Мин тәү күреүҙән уға иғтибар иттем, сөнки ул башҡаларҙан күңеллелеге, яңғырауыҡлы көлөүө, мөләйем йөҙө менән айырылып тора ине. Уның сыңлы көлөүө мине генә түгел, башҡаларҙы ла йәлеп итеп тора ине. Һуңыраҡ мин уның менән бер ауылдан булыуымды һәм бөтөнләй бер-беребеҙгә яҡын йәшәүебеҙҙе белеп ҡалдым. Тәүге осрашыуҙан һуң беҙ төрлө сараларҙа йыш осраша, яҡыныраҡ аралаша башланыҡ. Бер-беребеҙ менән яҡынданыраҡ танышҡандан һуң беҙҙең уйҙар ҙа, киләсәккә хыялдар ҙа, фекер йөрөтөүҙәр ҙә уртаҡ икәне аңлашылды.
Ваҡыт үтеү менән беҙҙең хистәре көсәйә генә барҙы һәм уҡыуҙарҙы тамамлағандан һуң, яҙмыштарҙы бәйләргә булдыҡ. Шулай итеп, тәүге осрашыуынан 5 йыл үткәндән һуң туй үткәрҙек.
Беҙҙең мөхәббәт тарихы, осраҡлы осрашыуҙар ҡай саҡ осраҡлы ғына булмауын, ә яҙмыш ҡушыуы булыуын дәлилләй, ихлас хистәрҙең бәхетле киләсәккә килтереүен иҫкә төшөрә.
Ҡәҙерлем, һөйөклө ҡатыным!
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым һине! Һин - минең музам, минең ярҙамым, терәгем һәм минең илһамым. Һинең яныңда минең күңелем көн һайын шатлыҡ һәм йылылыҡҡа тула. Һинең матурлығың, изгелегең һәм наҙлылығың был донъяны сағыуыраҡ һәм яҡшыраҡ итә.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ, сикһеҙ бәхет һәм бөтә изге хыялдарыңдың тормошҡа ашырыу теләйем. Һәр көн һиңә шатлыҡ, мөхәббәт һәм гармония килтерһен. Миңә һинең кеүек ғәжәп ҡатын бүләк иткәне өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен.
Мөхәббәт һәм наҙ менән һине ҡотлап, ирең.

Автор:
Читайте нас