- Нәркәсем менән беҙ теүәл 36 йыл элек, 8 март көнө Ырымбур өлкәһе Түлгән районы Мәҡсүт ауылында таныштыҡ. Ул ваҡытта уға 17 генә йәш ине. Беҙ был ауылға өй туйына барған инек, шунда ауыл клубында тәүгә күрҙем уны һәм шунда уҡ ғашиҡ булдым. Өфөлә уҡып йөрөгән сағы, мин дә шунда белем ала инем, шуға күрә, артабан беҙ ьаш ҡалала осрашып йөрөнөк. Ул уҡып бөткәс Күмертау ҡалаһына һатыусы булып эшкә ҡайтты, мин дә диплом алып, хәрби уҡыуҙарҙы тамамлап тыуған яғыма ҡайттым. 1992 йылда беҙ ғаилә ҡороп ебәрҙек, Ҡотлоюлға ҡайтып төпләнеп, өс балаға ғүмер бүләк иттек. Миңә тормош мәғәнәһе бер улыбыҙ, ике ҡыҙыбыҙҙы бүләк иткәне өсөн рәхмәтлемен уға. Балаларыбыҙ мөхәббәткә, наҙға, ғаилә йылыһына төрөнөп, иркәләнеп үҫтеләр.
Нәркәсем менән гел генә тормошҡа бер ҡарашлы булдыҡ. Ул һәр ваҡыт минең янымда, ауыр саҡтарҙа ла, шатлыҡлы мәлдәрҙә эргәмдә ул булды. Йәшлектең матур миҙгелдәрен бергә үттек, әлеге көндә лә бер-беребеҙгә булған һөйөүөбөҙ, йылы ҡараштар юғалмаған. Шуға күрә, мин үҙемде донъялағы иң бәхетле кеше итеп тоям һәм Аллаһы Тәғәләгә тап Нәркәсте минең йәрем, парым иткәне өсөн рәхмәтлемен.
Нәркәсемдең йөҙө гел көлөп тора, уның көләс йөҙө минең көндәремде биҙәй. Ул шул тиклем киң күңелле, туған йәнле, ике яҡтың да туғандарын тиң күреп йәшәй. Ҡунаҡсыл, аш-һыуға оҫта, ҡасан ҡайтып инһәң дә өҫтәлдәре һыйҙан һығылып тора. Бер эштән дә ҡурҡып торманы, эшһөйәр, тырыш та ул. Яҙа һалһаң, уны һүрәтләп бөтөрөрлөк һүҙҙәр ҙә табып бөтөп булмай.
33 йыл бергә йәшәнек, артабан да бергә-бергә, иҫәнлектә, һаулыҡта, тиң, бәхетле ғүмерҙәрҙә, балаларыбыҙҙың бәхетен күреп йәшәргә яҙһын беҙгә. Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө менән һине, ҡәҙерлем!