- Ҡатын-ҡыҙ – ғаилә усағын һаҡлаусы, тормошто йәмләүсе. Үҙенең төҫ-ҡиәфәте менән генә түгел, ә тотош фиғеле, эштәре менән, ҡайҙа булһа ла тәртип урынлаштырырға, көнкүреште уңайлы итеп ҡорорға яратылған ул донъя биҙәктәребеҙ булған гүзәл заттарыбыҙ. Минең тормош иптәшем Айгөл Сәғит ҡыҙы ла тап шундайҙарҙан. Һәр саҡ йылы ҡарашы, тәмле аштары, улыбыҙ тәрбиәһенә бөтә көсөн һалыуы, ҙур тормош тәжрибәһенә өйрәтеүе, йылы әсәй хистәрен тәрән күңелдән биреп йәшәгәне өсөн мин бөтмәҫ рәхмәтлемен ҡәҙерлемә. Минең атай-әсәйемә, туғандарыма, яҡындарыма айырыуса ныҡлы иғтибарлы, итәғәтле, ныҡлы терәк ярҙам күрһәткәне өсөн үҙемдән дә, барлыҡ яҡындарым иеменән дә сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Халыҡ өсөн, милләт өсөн янып йәшәгән идеяларым ғаиләгә кире йоғонто яһаһа ла, минең Айгөлөм һәр саҡ минең башҡарған эштәрҙе ыңғай баһалап, ҡеүәтләп тора. Минең тормошомда уның булғаны өсөн мин сикһеҙ шатмын һәм уның менән ғорурланам. Һөйөклөмдө яҙҙың тәүге байрамы менән ихлас ҡотлайым. Күмертау ҡалаһы ЗАГС бүлеге начальнигы булып халыҡ мәнфәғәте өсөн тырышҡан яуаплы эшендә уңыштар теләйем. Һәр ваҡыт бөгөнгөләй алсаҡ, яғымлы,киң күңелле булып ҡал. Сәләмәтлек теләйем, киләсәктә лә бәхетле көдәрҙә оҙон-оҙаҡ бергәләшеп йәшәргә насип булһын.