Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Март , 09:19

Яратам мин hине, яратам, яратам!

Фәнис РАХМАНҒОЛОВ, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Свобода ауыл биләмәһе башлығы:

Яратам мин hине, яратам, яратам!
Яратам мин hине, яратам, яратам!

- Ишетhен бар донъя,
Донъяны яңғыратам:
Яратам мин hине,
Яратам, яратам, - ошо йырҙы йырлайым мин тормош иптәшем Гөлфиәмә. Ысынлап та, мин уны ихлас яратам һәм хөрмәт итәм. 31 йыл бергә татыу донъя көтәбеҙ. Ул тормошта бик терәк һәм кәрәк миңә. Улдарыбыҙ өсөн хәстәрлекле әсәй, минең өсөн тоғро ҡатын, сабыр, эшсән хужабикә ул. Был тормошта минең менән булғаны өсөн Гөлфиәмә сикһеҙ рәхмәтлемен. Киләсәктә лә бергә иңгә-иң терәшеп, яратышып, бергә бәхетле ғүмерҙәр кисерергә яҙһын.
Донъямды нурға күмеүсе, усаҡ йылыһын һаҡлаусы, йәшәйешемә йәм, ҡот өҫтәүсе Гөлфиәмде яҙҙың тәүге байрамы менән ҡотлайым. Һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет теләйем. Байрам менән, яратҡаным! Яратам мин hине,
яратам, яратам!

Автор:
Читайте нас