Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Март , 08:44

Берҙәм булғанда беҙ көслө

Абдул ауылы халҡы был байрамды бик матур ҡаршыланы. 

Берҙәм булғанда беҙ көслө
Берҙәм булғанда беҙ көслө

Ғүмер- аҡҡан һыу. Миҙгелдәрҙе миҙгел алыштыра. Яҙ миҙгеленә лә аяҡ баҫтыҡ. Йәмле яҙҙың тәүге байрамы - Ҡатын - ҡыҙҙар көнө.
Абдул ауылы халҡы был байрамды бик матур ҡаршыланы. Район мәҙәниәт йорто артистары, милләтебеҙҙең талантлы егет - ҡыҙҙары "Без бергә" тип аталған бай йөкмәткеле концерт программаһы менән сығыш яһап, халыҡтың күңелен күтәрҙе, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Ауылдашыбыҙ, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Айзилә Юлуева тамашаны йәнле, йәмле итеп алып барҙы. Концерт курай моңдары, халыҡ йырҙарынан башланып заманса йыр-моңдар, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Азамат Туйгилдин, Раушания Сынбулатова, Динис Арсланов, Айҙар Хөснөтдинов, Айзилә башҡарыуындағы йырҙар берсә хисләндерзе, берсә дәртләндерҙе. Булат Урманбетовтын бейеүҙәрен халыҡ һоҡланып ҡараны. Артистар менән тамашасы араһында күҙгә күренмәҫ рухи бәйләнеш барлыҡҡа килде. Сара махсус хәрби операциялагы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү өсөн Хәйриә концерты итеп ойошторолдо һәм маҡсатына иреште. Яуҙағыларға ярҙам йөҙөнән 13 мең аҡса йыйылды. 80-90 йәште ҡыуған Рафиҡов Әхмәтшәриф ағай, Сәмәрә апай, Собханғолова Фәриә апай, Хөсәйенова Лена апай кеүек ололар ҙа, йәштәр ҙә берҙәй ашҡынып килде, изге эшкә үҙ өлөшөн индерергэ тырышты. Рухи байлыҡ, илһам, дәрт алып таралышты халыҡ. Изге Рамаҙан айында артистарыбыҙҙы ифтар мәжлесенә саҡырып, ҡунаҡ итеп ҡайтарыу ҙа матур сараның бер өлөшө, артистарға рәхмәт билгеһе ине. Берҙәм булғанда беҙ көслө. Ошо хәҡиҡәт тағын бер тапҡыр раҫланды.

Ғәзимә Аҙнабаева, Абдул ауылы. 

Автор: Малик Ильясов
Читайте нас