Беҙ ауылыбыҙҙың ирекмәндәре көн дә ауыл клубына маскировка селтәрҙәре үрергә йөрөбөҙ. 23 февраль егеттәребеҙҙе йыйып ҡотлап үткән инек. Әле бына яҙҙарҙы йәмләп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан йәнә сәй табынына йыйылдыҡ.
Был юлы егеттәребеҙ беҙҙе, селтәр үрергә йөрөгән гүзәл заттарҙы, һәм улдары яу яланында йөрөгән ауылдаштарҙы йыйып, сәй менән һыйлап күңелдәрен күрҙеләр. Бер көн алдан ауыл мәҙәниәт йортонда байрам уңайынан күркәм концерт сараһы уҙҙы. Унда ла беҙҙе иҫкә алып, бүләкләп, рәхмәт һүҙҙәрен теҙгәйнеләр, улдары яу яланында йөрөгән әсәйҙәрҙе лә бүләкләп үттеләр.
Ауылыбыҙ старостаһы Рәфис Хөсәйенов бүләктәр алырға ярҙам иткән бағыусыларҙы һанап үтте...
Был турала хат тулы вариантта йома көнө гәзиттә биреләсәк.