Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Март , 07:28

“Ынйылар”, “Моң”, “Нур” һәм башҡалар

Яҡут мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Ҡатын-ҡыҙ - донья биҙәге» исемле ҙур байрам концерты үҙҙы.

“Ынйылар”, “Моң”, “Нур” һәм башҡалар
“Ынйылар”, “Моң”, “Нур” һәм башҡалар

Был сарала Мораптал ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан, хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған һәм әлеге көндә илебеҙ азатлығы өсөн яуҙа булған яугирҙарҙың әсәләре, яҡындары саҡырылғайны. Ҡотлау һүҙҙәре менән Мораптал ауыл биләмәһе башлығы Рәшит Рәүил улы Ғисмәтуллин сығыш яһаны, оло рәхмәттәрен әйтеп, изге теләктәр теләне.
Яҙ һулышы, дәрт, саф тойғолар менән һуғарылған концерт программаһы зал тулы тамашасы күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Һәр сығыштан һуң дәррәү алҡыштар яңғыраны.
Программала “Ынйылар” халыҡ фольклор ансамбле, “Моң” вокаль ансамбле, “Йәйғор” балалар бейеү коллективы, Мораптал мәҙәниәт йорто “Нур” бейеү коллективы сағыу сығыштары менән байрамды биҙәне.
Барыбыҙға ла сәләмәтлек, именлек, күңел көрлөгө насип булһын! Киләсәк көндәребеҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағыбыҙ шатлыҡ - һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен, маҡсат - теләктәребеҙҙе тормошҡа ашырырлыҡ көс - ҡөҙрәтебеҙ һүнмәһен - һүрелмәһен! Байрам менән хөрмәтле Әсәйҙәр!, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ!

Рәмзиә Әбйәлилова, Яҡут ауылы. 

Автор:
Читайте нас