Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Март , 09:32

Яҙа икән, тимәк, яҙмыш яҙа

Ер шары сатнаһа, ул сатнау шағир йөрәге аша үтә тигән Гейне. Бөгөн – Шиғриәт көнө.

Яҙа икән, тимәк, яҙмыш яҙа
Яҙа икән, тимәк, яҙмыш яҙа

Беҙҙә улар күп (шағирҙар). Хатта ҡай саҡ ошондай фекерҙәр ҙә тыуа (яңыраҡ бер шағирә яҙғайны): үҙешмәкәр шағирҙар күбәйҙе, хәҙер – хөрриәт, кем булдыра ала, ВК-ла үҙ төркөмөн аса ла, «шиғырҙарын» ҡуя бирә. Бәлки, ошо һәүәҫкәр шағирҙар араһында власть тарафынан яратылып-маҡталып йөрөгән ҡәләм оҫталары юғалып ҡалалыр- ниндәйҙер ауыл һауынсыһы шиғыр яҙа башлаған, имеш.

Беҙ дан-шөһрәт ҡаҙанған шағирҙар менән ябай, бер ниндәй, бәлки, исем дә алмаған үҙебеҙҙең шағирҙар араһында айырма күрмәйбеҙ – яҙа икән, тимәк, яҙмыш яҙа.

"Яҙыу " менән "Яҙмыш " бер тамырҙан
Яҙыу яҙһам, гүйә, яҙмыш яҙам.
Ҡулға ҡәләм алып, күпме заман
Аҡ ҡағыҙҙы ҡараларға баҙам.

 

Йәнем аша уҙа бар ғаләмдең
Шатлыҡтары, бәлә - ҡазалары.
Йыр теҙәм тип, яҙа яҙмыш яҙһам,
Тамам миңә тамуҡ язалары.

 

Аҡланыу юҡ миңә, ярлыҡау юҡ,
Дәлил түгел ваҡыт дәлилдәре,
...Мине аңдып тора Мәңгелектең
Туҡайҙары, Бабич, Йәлилдәре...

Ысын Шағирҙы, беҙҙеңсә, ысын булмағанынан нимә айыра? Ихлас, бар күңелен һалып, алдамай һәм ҡурҡмай барлыҡ хис-тойғоларын ҡағыҙға төшөрөү. Йөрәктәре сатнап йәшәгәндәр, йыр урынына яҙа яҙмыш яҙмағандар, байрамығыҙ менән һеҙҙе!

Автор:
Читайте нас