Бөтә номерҙарыбыҙҙы ла көслө алҡыштарға күмделәр тамашасылар. Ауылыбыҙҙа, районда үткән бик күп мәҙәни сараларҙа ҡатнашып дипломдар, Рәхмәт ҡағыҙҙары алған үҙешмәкәр артистарыбыҙҙы ла ҡотлап үттек. Киләсәктә лә бик күп йылдар бергәләп йырларға насип булһын тип Петр Капустинды тәбрикләнек. Шул тиклем афарин кеше ул, һәр сарала ла ихлас ҡатнаша. Уға һәр ваҡытта ла йәш, дәртле булып ҡалыуын теләп Рәхмәт хаты һәм бүләк тапшырҙыҡ. Шулай уҡ тауыштары йөрәктәргә үтеп инерлек Сәүиә Зәйнәғәбдинова менән Айгөл Аҙнабаевабыҙҙы ла ҡотланыҡ. Улар “Райхан” ансамбленең генә алыштырғыһыҙ артистары түгел, ә спектаклдәрҙә лә бик әүҙем ҡатнашыусылар. “Гүзәл” балалар бейеү ансамблебеҙ ҙә һәр байрамдың йөҙөк ҡашы. Етәкселәре Татьяна Исҡужина ниндәй генә бейеүҙәр уйлап сығармай, кейемдәрҙе лә үҙе тегә. Уға һәм ҡыҙҙарына ауыл халҡы, клуб исеменән ҙур итеп рәхмәт һүҙҙәре әйтке килә. Байрамдарҙы шул тиклем йәмләйҙәр, бейеүгә йөрөгән ҡыҙҙарҙың ата-әсәләренә лә айырым рәхмәт. Концерт шул тиклем матур булды. Клуб тулы булды, тамашасыларҙың да, артистарҙың да күңелдәре булды.
Рәмилә ӘКБӘРОВА Зәк-Ишмәт ауылы мәҙәниәт хеҙәткәре