Байрамдар
1 Апреля , 04:29

Сход

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ. 1 апрель, 2026 йыл. Кинямино.

СходСход
Сход

Тауыҡ кетәгендә бер көн
Сходҡа йыйылғандар.
Повесткаға важный һорау –
Йомортҡаны ҡуйғандар.

Әтәс теҙгенде ныҡ тотҡан,
Һөртөп алып томшоғон:
«Белергә кәрәк, – тигән ул –
Фекерен һәр бер ҡоштоң.

Асыҡтан-асыҡ һөйләгеҙ,
Үтәлмәй бит йөкләмә.
Хаҡтар бик ныҡ күтәрелде
Кибеттәрҙә күкәйгә.

Мин тапайым, йыбанмайым,
Һеҙ һалаһығыҙ күкәй.
Бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ,
Иртәне-кисте белмәй.»

Сыбар тауыҡ һорай һүҙҙе,
Ҡабартып ҡанаттарын.
Башҡалар тын ғына тыңлай
Тауыҡтың фак(ы)ттарын:

«Беҙҙең һалған күкәйҙәрҙе
Ала бит посредниктар.
Хаҡтарҙы шулар күтәрә,
Хасистар - мошенниктар!»

Микрофонды Сыбарҙан һуң
Эләктерә Ҡараҡай.
Эсендәген теҙеп һала,
Түҙеп кенә тор, малай:

«Ауырттырып осабыҙҙы
Һалған булабыҙ күкәй.
Ул күкәйҙән үҙебеҙгә
Бер тинлек файҙа килмәй.

Йомортҡаларҙы кибеткә
Әтәс бирә түгелме?
Ҡулынан килһә, күкәйҙе
Һалып ҡараһын үҙе!

Бер эше юҡ, ҡара таңдан
Беҙҙе тапауҙан башҡа.
Шул арала, ситән аша,
Күршегә йөрөй, ҡашҡа.

Тиктәҫкә йөрөмәй бит ул,
Сыбарҡайҙарын тапай.
Бәүеле аҙҙы, ҡайтып керә
Шәлтәйҙәрен дә япмай.»

Китә ҡауға, китә шау-шыу,
Тыйып алырлыҡ түгел.
Әтәс ҡыҙып, өҫтәл һуға,
Ҡалмағас башҡа түҙем:

«Һалып ҡарағыҙ күкәйҙе
Минһеҙ, тауыҡ мейеләр!
Шунда кемдең кем икәнен
Башҡалар ҙа күрерҙәр!»

Әтәс тапауҙан туҡтаған,
Тауыҡтар һалмай күкәй.
Кибеткә килтереп өйә
Үҙ күкәйҙәрен Ҡытай.

Автор:
Читайте нас