

Юрий Алексеевичтың даны бөтә Донъяға билдәле, уның исемен йөрөткән мәҙәниәт, спорт һарайҙары, университеттар, институттар, миҙал, район, ҡала бар. Һәм, әлбиттә, проспекттар, урамдар ҙа бихисап.
Яманһары ауылында ла Гагарин урамы бар. Бәләкәй саҡта был урам буйлап әллә Гагарин берәй заман үтеп киткәнме икән тип тә уйлай инек (бала саҡтың фантазияһы киң булһа ла, аңы тар, анауында күренеп торған Туғыҙтимер ауылы сиркәүен Мәскәүҙең Спасс башняһы икән тип тә уйлай инек - Брежнев бабай, моғайын, шунда ултыралыр). Юҡ, үтмәгән. Бөйөк космонавт Яманһарының барлығын да белмәгән, әлбиттә. Был урамда бер ниндәй космонавт та тыуып-үҫмәгән. Аңлатмаһы ябай: бында совхоз бер нисә йорт төҙөгән. Тап 1961 йылда. Һөйләүҙәре буйынса, урамға ниндәй исем бирәйек тип баш ватҡандарында, бер инәй, нимәһенә башығыҙ ҡата, Гагарин булһын тигән, имеш. Артабан шулай киткән: ҡайҙа йәшәйһең – Гагарин урамында. Бер ваҡыт ауылдың башҡа урамдарының исемдәрен алмаштырҙылар. Тегеләре исемдәренә хыянат итте, ә Гагарин – Гагарин булып ҡалды. Әллә тик торғандан үҙгәреш елдәрен барлыҡҡа килтереүсе тел, тононимика белгестәре был исемгә ҡул һонорға ҡурҡты? Һүҙ ыңғайында: башҡорт-татар ауылдарының ҡайһыһын ҡарама, ошондай исемле урамдар ныҡ күп: Центральная, Школьная, Молодежная, Лесная, Набережная... Һорау тыуа: әллә был исемдәрҙе лә урындағы белгестәр, элеккеләрен юйып ташлап, ҡушып бөткән? Ауыл урамдарының үҙҙәренең боронғо исеме булғандыр бит.
Ә Гагарин һаман булһа йәшәй. Һәм бөгөн ул да, бөтөн Донъя менән бергә, ҡотлауҙар ҡабул итә. Байрамың менән, Гагарин урамы!