

- Ата-бабаларым ошонда төпләнеп, үҙем ошо ауылда тыуып үҫкән кеше булараҡ, ауылыбыҙ яҙмышына битараф түгелмен. Ауылыбыҙ старостаһы булмауы күңелде ҡырып тора ине, ни тиһәң дә кешеләрҙе ойоштороп, әйҙәп, башлап йөрөүсе кеше кәрәк. Шуға эшем бихисап булһа ла, староста булырға ризалаштым. Бер йыл эсендә ауылдаштар менән ярайһы ғына эштәр башҡарҙыҡ. Бөгөнгө көндә илдә барған хәлдәргә битараф ҡалып булмай, шуға күрә, иң тәүҙә башҡа ауылдар кеүек егеттәребеҙгә ярҙам итеүҙе ойошторорға булдым. Мәктәп бинаһын һорап, ауылдаштарҙы йыйып шунда кис һайын йыйылып, 50-гә яҡын маскировка селтәрҙәре үрҙек, халыҡ бик әүҙем йөрөнө. Ялға ҡайтҡан һалдаттарыбыҙҙы йыйып, һыйлы табындарҙа сәйҙәр эсереп, һораған кәрәк-яраҡтарын тапшырып торҙоҡ. Быйыл селтәр үреүҙе ауыл клубында дауам иттек һәм 34 маскировка селтәре, 245 окоп шәмдәре яһауға өлгәштек.
Былтыр Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған ауылыбыҙ обелискаһын кәртәләүҙе ойошторҙом, егеттәр дәррәү генә йыйылып, ике көн эсендә был эште атҡарып сыҡтыҡ, эштең һуңында йыйыштырырға ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сыҡты. Ауыл көсө менән берләшеп С.Юлаев урамына ҡырсын түшәнек, тракторҙары булған егеттәр, бергәләп сығып, был эште дәррәү башҡарҙы. Туҡталыш янындағы торбаны күтәреп һалдыҡ. Яҙлы-көҙлө өмәләр ҙә ойошторолоп тора, ауылдаштар һүҙҙе йыҡмай өмәгә лә әүҙем йөрөй, берәй йомош килеп сыҡһа ла ярҙамға ашығалар, шуға ауылдаштарға рәхмәтлемен.
Бөгөнгө көндә иң актуаль һорау, һуңғы ҡурҡыныс ауырыуға бәйле, малдарға прививка һалып көтөүгә сығарыу. Беҙҙең ауыл районыбыҙҙа иң беренсе булып прививкаға аҡса йыйып бөттө, аллаға шөкөр. Хәҙер тәртип булдырып, малдарҙы һанап көтөүгә сығарып ебәрербеҙ. Киләсәктә ауылыбыҙҙың күлен рәтләп алырға кәрәк булыр. Ауыл магазины ябылыу хәлендә тора, шул һорауҙы хәл итер кәрәк. Мәктәбебеҙ ябылды бит инде, уның баҡсаһы ташландыҡ хәлдә тормаһын, шуны йыйыштырып алырға кәрәк булыр. Янғын хәүефһеҙлеге өсөн ҡулланылған бочкаларҙы рәтләр кәрәк. Староста эше уйлап ҡараһаң еңелдән түгел, халыҡ менән эшләү, уртаҡ тел таба белеү мөһим. Ысынында, түләнмәгән, күҙгә күренмәгән эш кеүек булһа ла, ауылыбыҙ йәмле һәм йәнле булһын, тип тырышып эшләгәндә күңел күтәрелә. Ауылда эш күп инде ул, аяҡ салыусылар булмаһа, халыҡ та ауылым тип янып йәшәһә, эшләргә була.