Байрамдар
21 Апрель , 09:21

Йәш кенә егет ине

Бөгөн, 21 апрель көнө, Тыуған илебеҙ урындағы уҙ идара хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй.

Йәш кенә егет инеЙәш кенә егет ине
Йәш кенә егет ине

Бөгөнгө көндә урындағы хәкимиәт башлыҡтарына бихисап бурыстар йөкмәтелгән. Урындағы йәшәгән халыҡты, көндәлек тормошто, килеп сыҡҡан проблемалар хәл итеүҙә улар иңенә йөкмәтелгән. Ниндәй генә мәсьәләне хәл итәм тиһәң дә, тәү сиратта бюджетыңдағы финанс мәсьәләһенә ҡағылаһың. Бюджетында аҡса булһа бер хәл, мәсьәләне хәл итергә була.
Бөгөнгө көндә Республикабыҙҙа эшләп килгән урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашыу, ауыл советы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың мәҙәниәт йорттарын, ял парктарын, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, зыяратты уратыу эштәре көс булып тора. “Айыҡ ауыл” конкурсы ла үҙенең ыңғай һөҙөмтәһен бирә әлбиттә.
Мин Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгәнемдә Олег Астахов Күмертау наркология бүлегендә йәш кенә егет баш табип булып эшләй ине. Һәр ваҡыт ярҙам итеп торҙо. Ауырыуҙарҙы көн тәүлегенә алып килһәк тә, бер ваҡытта ла кире бороп ҡайтарманы, әле лә яҡшы мөнәсәбәттәбеҙ. Лира Тереғолова менән дә бергә эшләнек. Ул ваҡытта мәғариф бүлеге начальнигы булды. Бергә аңлашып башҡарҙыҡ эштәрҙе. Әле лә Олег Анатольевич менән дә Лира Рафаил ҡыҙы менән дә яҡшы мөнәсәбәттәмен һәм уларҙы, Тыуған яғыбыҙ, төйәгебеҙ өсөн, ихлас күңелдән эшләп йөрөгән, хаҡлы ялда булған ветерандарыбыҙҙы, тынғыһыҙ хеҙмәт иткән урындағы үҙ идара хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, халҡыбыҙ, Ватаныбыҙ үҫешенә артабан да тос индереүҙәрен теләйем.
Рәүеф АБДУЛЛИН, Яҡшымбәт ауылы

Автор:
Читайте нас