Байрамдар
21 Апреля , 11:06

Яҡташтарымдың яҙмышына битараф түгелмен

Әлфиә ШӘМИҒОЛОВА, Күмертау ҡалаһы Советы депутаты:

Яҡташтарымдың яҙмышына битараф түгелменЯҡташтарымдың яҙмышына битараф түгелмен
Яҡташтарымдың яҙмышына битараф түгелмен

Икенсе депутатлыҡ мөҙҙәтем дауам итә. Муниципаль депутаттың эше тураһында ҡайһы бер тәьҫораттары менән уртаҡлашып, яҡынса йомғаҡ яһарға теләйем. Тәүҙә минең өсөн тауыш биргән бөтә һайлаусыларға рәхмәт белдерәм һәм ниндәйҙер проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итә алмағандарҙан ғәфү үтенәм. Яҡташтарымдың яҙмышына битараф түгелмен һәм һайлаусыларға файҙа килтерергә теләйем. Депутат эше түләүһеҙ, бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй, күп ваҡыт һәм көстө алһа ла был вазифаны һайлауыма бер ҙә үкенмәйем, ә киреһенсә йәмәғәт эшен сифатлы башҡарырға тырышам. Бында барыһына ла өлгөрөргә, күп уҡырға һәм өйрәнергә, ҡала ваҡиғалары үҙәгендә булырға, бөтә яңылыҡтар, шулай уҡ ҡануниәт өлкәһендә мәғлүмәттәр менән тәьмин ителергә кәрәк. Ҡалаға ярҙам итер өсөн уның тормошо тураһында мөмкин тиклем күберәк белеү мотлаҡ. Һайлаусыларҙан һорауҙар һәм мөрәжәғәттәр күп: төҙөкләндереү, бюджет, пенсия иҫәпләү, эшкә урынлаштырыу, консультация алыу, конкрет мәсьәлә буйынса ҡайҙа һәм кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеге тураһында белешмә алыу. Мин һәр ваҡыт бәйләнештә, телефон аша ла миңә мөрәжәғәт итәләр. Һорауҙарға үҙем яуап бирә алмаһам, ярҙам һорап коллегаларыма - муниципаль депутаттарға, ҡала етәкселәренә, белгестәргә мөрәжәғәт итәм.
Ҡала Советында мин тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комиссияны етәкләйем. Муниципаль Совет ултырыштарын һәм депутат ҡабул итеүҙәрен минең туранан-тура эшем менән берләштерергә тура килә. Әммә депутат эше минең өсөн бик ҡыҙыҡлы, сөнки күп кешеләр менән осрашырға, төрлө сараларға йөрөргә, ваҡиғалар үҙәгендә булырға тура килә, кешеләргә кәрәкле булыуыңды тояһың. Күптән түгел 100 йәшлек юбилярҙы ҡотларға тура килде һәм был минең өсөн ғүмерем буйына иҫтә ҡалған сағыу ваҡиға булды. Бигерәк тә йәштәр араһында үткәрелгән сараларҙа ҡатнашыу ҡыҙыҡлы. Мине йыш ҡына уҡыу йорттарына, төрлө дискуссия майҙансыҡтарына саҡыралар, унда балалар менән аралашырға һәм төрлө мәсьәләләр, проблемалар буйынса уларҙың фекерен ишетергә мөмкин. Депутат булараҡ мин ҡалала тотороҡлолоҡ, төҙөкләндереү, үҫеш перспективаһы барлыҡҡа килеүе һәм эш урындары булдырылыуы менән ҡыҙыҡһынам һәм быға яуаплымын да.
Муниципаль депутат булыу еңел түгел, был айына бер тапҡыр ултырыштарға килеп, юғарынан төшөрөлгән ҡарар өсөн тауыш биреү генә түгел, ә намыҫлы эшләү ҡыҙыҡлы. Киләһе саҡырылыш депутаттары араһында бюрократия менән көрәшергә, ҡалабыҙ һәм уның граждандарының мәнфәғәттәрен яҡларға һәләтле битараф булмаған, намыҫлы, ғәҙел, әҙәпле, инициативалы кешеләр күберәк булыуын теләр инем.

Автор:
Читайте нас