Байрамдар
27 Апреля , 08:42

Бейеү – ул тән телмәре

Тиҙҙән уларҙың байрамы.

Бейеү – ул тән телмәреБейеү – ул тән телмәре
Бейеү – ул тән телмәре

Халыҡ-ара Бейеү көнө. Әйтергә кәрәк, бик мөһим байрам. Был сәнғәт төрө, моғайын, Кешелек барлыҡҡа килгән көндән йәшәйҙер, ғәжәп бит: кеше шатланды иһә, аяҡтары хужаһын үҙҙәренән-үҙҙәре бейергә алып төшөп китә. Бейеү - тән телмәре, тел менән әйткәнде аңламағаны ла, кешенең бейеп, нимә әйтергә теләгәнен аңлай ала. Бейеүҙең ҡөҙрәте сикһеҙ. 
...Яңы Морапталда ла гелән тел менән әйтешеп аңлашмайҙар, бейеү менән дә күп нәмә тураһында һөйләй алалар. Кемдең уларҙың тамашаларында булғаны бар, шул алдарға ирек бирмәҫ - Яңы Морапталды атаҡлы бейеүселәр ауылы тиһәң дә була. Был байрамға әле иртәрәк, әммә саҡ ҡына алғараҡ китеп булһа ла, барсаһын, бейей белгәнен дә, темп, ритм, такт тигәнде төштәрендә күрмәгәнен дә, ҡотлай башлағы килә - Яңы Морапталда тап ошо байрамға арнап, концерт ҡуйғандар.
Ә Бейеү байрамына бәйле мәҡәләләр беҙҙең киләһе һанда баҫыла -  Гөлшат  Хәйбуллина һәм Зөлфиә Йосопова тураһында булыр улар. 

Автор:
Читайте нас