Байрамдар
28 Апреля , 05:52

Маҡсатым — ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу

Алина менән Сабина «Юшатыр»ҙың күптәнге дуҫтары. Зәк-Ишмәттә тыуып үҫкән сибәркәйҙәр улар. М. Рәхимов исемендәге 3-сө БРГИ-ла уҡығандарында беҙҙең редакцияға килә торғайнылар.

Маҡсатым — ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыуМаҡсатым — ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу
Маҡсатым — ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу

Ҡыҙҙар гәзит биттәрендә йыш сыҡты: төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаштылар. Ҡулдарына аттестат алған һылыуҙарҙың икеһе лә Стәрлетамаҡ медицина колледжына уҡырға инделәр. Хәҙер инде дипломлы белгес булып, Күмертауҙа уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Бөгөн беҙ үҙенең һөнәри байрамы - Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләгән Алина Кәримова тураһында яҙабыҙ. Алина Фәрит ҡыҙы ҡалабыҙҙың ашығыс ярҙам участка бригадаһында фельдшер булып эшләй. Һәр яҡлап та уңған ҡыҙҙың Стәрлетамаҡ колледжын ҡыҙыл дипломға тамамлап, туған ҡалабыҙҙа эш башлауына 5 йыл тулды. Сәләмәтлектәре ҡаҡшап, ҡапыл көтөлмәгән ауыр хәлгә тарыған ауырыуҙарға тәүге медицина ярҙамы күрһәтә ул. Бар яҡлап та актив булған белгес һәр ваҡыт ярҙамға ашығырға әҙер. “Алинабыҙ етеҙ, бар ергә лә өлгөрә. Үҙ эшен оҫта башҡарыусы тәжрибәле белгес ул. Коллегаларына ла һәр ваҡыт иғтибарлы булыуы менән ихтирам яуланы”, - тиҙәр коллегалары Алина Фәрит ҡыҙы хаҡында. Буш ваҡытында еңел атлетика менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба ул. Ҡалала үткән спорт сараларында теләп ҡатнаша.
- Фельдшер һөнәре — иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Шуға күрә мин был һөнәрҙе һайларға ҡарар иттем. Ғаиләлә өс ҡыҙбыҙ һәм барыбыҙ ҙа медицина юлын һайланыҡ. Өлкән апайым Сабина – Күмертау үҙәк дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй, ә һылыуым Камила беҙҙән өлгө алып ошо юлдан китте һәм акушерлыҡҡа уҡып йөрөй.
- Мин ауылда тыуып, үҫтем.

Был турала материал гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас