Байрамдар
29 Апреля , 09:07

Ғәли йәнәптәргә баш эйеү

Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы киң икән.

Ғәли йәнәптәргә баш эйеүҒәли йәнәптәргә баш эйеү
Ғәли йәнәптәргә баш эйеү

Бөгөнгө сара сиктәрендә әллә нисәмә майҙансыҡ эшләй, өлгөрһәң, өлгөр, өлгөрмәһәң – юҡ. Матурлыҡҡа бәйлеһе, һаулыҡҡа, һөнәр-йолаларға, кәсептәргә...

Беҙ Әҙәбиәт майҙансығында булдыҡ. Сәғәт ярым ғүмер буйына ысын донъянан ваз кисеп, Әҙәбиәт ғәли йәнәптәре ҡолона әүерелдек.

Башҡорт, рус, татар, сыуаш телдәренә шиғырҙар уҡылды, йырлап та алдылар. Райондың, ҡаланың, күрше Күгәрсендән килгән шағирҙар телмәр тотто, беҙҙең уҡытыусылар яҡташ шағирҙарҙың әҫәрҙәрен уҡыны. Ҡатын-ҡыҙ тигән теманан саҡ ҡына ситләшкәндәй ҙә булдыҡ, әммә аҙаҡтан, барыбер ҙә, гүзәл затҡа кире ҡайттыҡ һәм, Әҙәбиәт менән бергә, уға ла баш эйҙек. Йыйылышыуҙың маҡсаты? Әллә инде...

Сәғәт ярым ваҡытта әҙәбиәт хаҡында һөйләшкәндә, шиғыр тыңлағанда, береһе лә, нимәгә йыйҙылар әле тип уфтанманы, бер ниндәй ҙә серҙе асырға тырышманы, сөнки был мөмкин түгел. 

О, Женщина – ты Мир,

Наполненный таинственным Желаньем,

Мечтой, Надеждой, робким Ожиданьем;

Ты пламенной Любви – Кумир!

Ты центр святого Мирозданья,

Творца нетленного Созданье,

Ниспосланное Небом Наказанье

Для любящих Тебя Мужчин!!!

Автор:
Читайте нас