Байрамдар
30 Апреля , 08:43

Барыһын да бейетә ул

Яҡшымбәт ауылының “Йондоҙсоҡтар” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сағыу сығышы районда үткән һәр сараның: концерттарҙың, фестивалдәрҙең, һабантуйҙарының сағыу биҙәге.

Барыһын да бейетә улБарыһын да бейетә ул
Барыһын да бейетә ул

Улар үҙҙәренең дәртле бейеүҙәре менән тамашасыны таң ҡалдыра. Бейеүсе ҡыҙҙарҙың нескәлеге, нәзәкәтлеге, ихласлығы һоҡландыра. Шулай булмай ни, улар менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Көйөргәҙе” халыҡ театры коллективы режиссеры, “Йондоҙсоҡтар” өлгөлө бейеү ансамбле хореографы, Ермолаево сәнғәт мәктәбенең Яҡшымбәт ауылындағы филиалы уҡытыусыһы Гөлшат Хәйбуллина үҙе етәкселек итә бит.
Гөлшат ханым үҙе лә бәләкәйҙән мәҙәниәткә ғашиҡ була. Мәктәптә ойошторолған ансамблдә әүҙем шөғөлләнә, бейеү түңәрәгенә йөрөй. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауылда, районда ойошторолған һәр байрамдың уртаһында ҡайнай.
Мәктәпте тамамлағас, бейеүгә ғашиҡ ҡыҙ, әсәһе тәҡдиме буйынса, ауыл хужалығы техникумына бухгалтер һөнәренә уҡырға инә.
– Ҡулыма диплом алғас, эшкә ауылыма ҡайттым. “Әлегә бухгалтерлыҡҡа урын юҡ, ә клубҡа бөгөндән кеше кәрәк, шунда эшләп тор”, - тинеләр. Мин бала саҡтан сәнғәт яратҡан кеше булараҡ, әлдә урын булманы әле тип, ҡыуанысымдан һикерә-һикерә, клубҡа төшөп киттем. Аллаға шөкөр, 1989 йылдан бирле, хәҙер 36 йыл инде, шунда эшләйем, бейеүҙәр ҡуям, - ти ул.
Күңелендә ижад уты дөрләгән һәләтле ҡыҙ, клубҡа килгәс, бейеү сәнғәтенең серҙәренә нығыраҡ төшөнә. Үҙенең урыны ошонда икәнен аңлай, ана, хәҙер нисәмә йыл инде, ауылдаштарын, райондаштарыбыҙҙы шатландырып, сәхнәләрҙе иңләп, осоп йөрөп бейей.
2011 йылда Яҡшымбәт ауылында Ермолаево сәнғәт мәктәбенең филиалы асылғас, Гөлшат Ғибәҙулла ҡыҙын шунда эшкә саҡыралар.

Был хаҡта тулыраҡ гәзиттә бөгөн баҫылды. 

Автор:
Читайте нас