Байрамдар
30 Апреля , 08:38

“Бейеү – минең күңел торошом”

Кисә Халыҡ-ара бейеү көнө билдәләнде. 

“Бейеү – минең күңел торошом”“Бейеү – минең күңел торошом”
“Бейеү – минең күңел торошом”

Сихри, серле донъя булған бейеү серҙәрен кемдер бала саҡтан төшөнөп, тормошоноң төп һөнәре итеп һайлай, ә ҡайһы берәүҙәр күңел өсөн, үҙе өсөн был сәнғәт төрөн һайлай.
Бөгөнгө көндә баш ҡалабыҙҙа йәшәгән, бәләкәй сағынан бейеүгә ғашиҡ булған яҡташыбыҙ – Яңы Таймаҫ ҡыҙы Зөлфиә Йосопова (Рыҫҡолова) ла бейеүҙе тап күңеле өсөн үҙ итә.
- Бейеү сәнғәтенә бәләкәй сағымдан ғашиҡмын, һәр саҡ күңел түремдә ошо нескә ҡылды һаҡлап йәшәйем. Милли кейемдәрҙән, милли моңдарҙан иҫ-аҡылым китә инде минең. Бейеү иленә күперҙе үҙебеҙҙең Яңы Таймаҫ мәҙәниәт йортонда һалдылар, унда беҙҙе Байғотлина Любовь Тимофеевна бейеү серҙәренә өйрәтте. Беҙҙең барыбыҙҙы ла йыйып, төрлө-төрлө, матур бейеүҙәр ҡуя ине ул. Мексика, урыҫ, татар, украин, башҡорт халыҡтарының бейеүҙәрен өйрәндек. Төрлө конкурстарҙа, концерттарҙа әүҙем ҡатнаштыҡ, ауылдар буйлап концерттар ҡуйҙыҡ, баш ҡалабыҙ Өфөгә лә бейеү алып барҙыҡ. Ул заманда телевидениеға эләгеү үҙе бер мөғжизә ине, беҙ бейеүҙәребеҙ менән телевидениеға ла төштөк, шуныһы ныҡ хәтерҙә ҡалған. Мәктәпте тамамлап, Өфө ҡалаһына медицина колледжына уҡырға индем, унда ла 4 йыл дауамында бейеү түңәрәгенә йөрөп, төрлө бейеүҙәр ҡуйҙыҡ. 21 йәшемдә тормошҡа сыҡтым...

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттә бөгөн сыҡты. 

Автор:
Читайте нас